9 май календарь биттәрендә юҡҡа ғына ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәй, сөнки тап 74 йыл элек беҙҙең ата - бабаларыбыҙ, олатайҙарыбыҙ яуыз фашистарҙы тар - мар итеп, халҡыбыҙға тыныс тормош бүләк итә. Беҙгә тыныс тормош бүләк итер өсөн меңәрләгән ир - егеттәр һуғышҡа китеп, ут аҫтында көрәшкәндәр. Уларҙың күрһәткән батырлыҡтары беҙҙең йөрәк түрендә мәңге һаҡланырға тейеш. Һуғыш ветерандарына оло рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ!!! Был йәһәттән, беҙҙең “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында бөтә төркөмдәрҙә лә Еңеү көнөнә арналған саралар үткәрелде: балалар тәрбиәселәре менән берлектә һуғыш тураһында видеояҙма ҡаранылар, күргәҙмә әҙерләнеләр, һүрәт төшөрҙөләр, олатай-ҡартатайҙарына бүләк әҙерләне. Шулай уҡ балалар менән Еңеү паркына барып Мәңгелек ут янындағы һәйкәлгә сәскәләр һалды, музейҙың “Хәрби дан” залына маҡсатлы экскурсия яһанылар. Өлкән төркөмө тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙәби-музыкаль композиция ойошторолдо (музыка етәксеһе Ҡунаҡбаева Г.Р., тәрбиәселәр Рәмеева Г.С., Фәтхетдинова Ғ.Ф.). Сара барышында һуғыш ваҡытында булған ваҡиғаларҙан слайд аша өҙөктәр күрһәтелде, Бөйөк Ватан һуғышы яланында һәләк булғандарҙы, бер минутҡа тын алып иҫкә алдылыр. Балалар һуғыш темаһына тасуири итеп шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейеүҙәр бейене.
Килер көндәребеҙ яҡты булһын, ер йөҙөндә бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын!!!
|