23 май мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрованың "Нәҙекәйбил" музыкаль - театрлашырылған әҫәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте. Был музыкаль театр балаға тормоштоң, тәбиғәттең матурлығын күрә белергә өйрәтеү, үҙ - үҙен тәбиғи һәм азатлы тотоу һәләтен үҫтереү, тәбиғәтҡә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү маҡсатында әҙерләнде. Балалар театрҙы яраталар, ихлас, ысын күңелдән уйнанылар. Ата - әсәләр менән берлектә костюмдар әҙерләнде. Саҡырылған ата-әсәләргә, башҡа төркөмдәрҙән килгән кескәй тамашасыларға музыкаль театр бик оҡшаны.