Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSПятница, 03.05.2024, 13:41

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

          9 май календарь биттәрендә юҡҡа ғына ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәй, сөнки тап 74 йыл элек беҙҙең ата - бабаларыбыҙ, олатайҙарыбыҙ яуыз фашистарҙы тар - мар итеп, халҡыбыҙға тыныс тормош бүләк итә. Беҙгә тыныс тормош бүләк итер өсөн меңәрләгән ир - егеттәр һуғышҡа китеп, ут аҫтында көрәшкәндәр. Уларҙың күрһәткән батырлыҡтары беҙҙең йөрәк түрендә мәңге һаҡланырға тейеш. Һуғыш ветерандарына оло рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ!!! Был йәһәттән, беҙҙең “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында бөтә төркөмдәрҙә лә Еңеү көнөнә арналған саралар үткәрелде: балалар тәрбиәселәре менән берлектә һуғыш тураһында видеояҙма ҡаранылар, күргәҙмә әҙерләнеләр, һүрәт төшөрҙөләр, олатай-ҡартатайҙарына бүләк әҙерләне. Шулай уҡ балалар менән Еңеү паркына барып Мәңгелек ут янындағы һәйкәлгә сәскәләр һалды, музейҙың “Хәрби дан” залына маҡсатлы экскурсия яһанылар. Өлкән төркөмө тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙәби-музыкаль композиция ойошторолдо (музыка етәксеһе Ҡунаҡбаева Г.Р., тәрбиәселәр Рәмеева Г.С., Фәтхетдинова Ғ.Ф.). Сара барышында һуғыш ваҡытында булған ваҡиғаларҙан слайд аша өҙөктәр күрһәтелде, Бөйөк Ватан һуғышы яланында һәләк булғандарҙы, бер минутҡа тын алып иҫкә алдылыр. Балалар һуғыш темаһына тасуири итеп шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейеүҙәр бейене.

Килер көндәребеҙ яҡты булһын, ер йөҙөндә бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын!!!


 

Просмотров: 285 | Добавил: Hobit | Дата: 07.05.2019 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Май 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024