Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSПонедельник, 06.05.2024, 17:26

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

10:37

Баланың үҫешендә театр эшмәкәрлеге ҙур роль уйнай. «Театр - ул тылсым донъяһы, ул донъяла бала уйнай, ҡыуана, ә уйын ваҡытында ул тирә – йүнде танып белә, баланың ижади һәм рухи дәрәжәһен аса, уға был ысынбарлыҡ  донъяла яраҡлашырға ярҙам итә», - тип әйткән бөйөк педагог В. А. Сухомлинский театр тураһында. Ысынлапта, 2019 йыл Рәсәй Федерацияһында Театр йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең балалар баҡсаһында был йәһәттән бик күп эштәр атҡарылды. Тәрбиәселәр Зөбәйерова Й.Ғ., Рәмиева Г.С., Фәтхетдинова  Ғ.Ф. етәкселегендә театр түңәрәге эшләй.

 Күптән түгел тәрбиәсе Зөбәйерова Й.Ғ. “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың  телмәрен үҫтереүҙә  театр уйындарының роле” темаһы буйынса ҡала кимәлендә  үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Тәрбиәселәр “Тылсым илендә” сығыш тыңлап,  кәңәштәр алып ҡына ҡалманы, төрлө уйындар  уйнап таралышты.

Унан тыш театр буйынса ҡала кимәлендә үткәрелгән конкурста ҡатнашып “Иң яҡшы театраль постановка” номинацияһына лайыҡ булдыҡ.

Тағы ла балалар баҡсаһында театр эшмәкәрлеге  буйынса үҫтереүсе - предметлы   мөхит торошона конкурс ойошторолдо. Конкурсты баһалау өсөн жюри ағзалары тәғәйенләнде,  балалар баҡсаһы мөдире Иҙрисова Р.Ғ., өлкән тәрбиәсе Харисова М.Р.,  Сулпан балалар театры белгесе,  ата-әсәләр комитеты председателе Ғәрипова Ләйсән Вәлиулла ҡыҙы булды. Әлбиттә, конкурсҡа әҙерләнеү тәрбиәселәр тарафынан юғары кимәлдә барҙы, бөтә  төркөмдәрҙә  әүҙем, бик етди әҙерләнделәр. Стандарт талаптарына ярашлы театр үҙәген байытыуҙа төп ҡағиҙәләрҙең береһе булып төркөмдә үҫеш үҙәгендәге материалдарҙың эстетика яғынан бай йөкмәткеле, күсереп йөрөтмәле,  уңайлы, һәр бала тәләге буйынса һайлап алып уйнарлыҡ атрибуттар, балаларҙың буйы етерлек һәм хәүефһеҙ урында урынлашҡан булыуы мөһим ине һәм күп төркөмдәр быны иҫәпкә алдылар. Һәр төркөмдә лә бөтә төр театр буйынса атрибуттар,  уйын ҡоролмалары: ҡурсаҡ, таяҡсалағы ҡурсаҡтар, бирсәткә, бейәләй, би-ба-бо ҡурсаҡтары театры, бармаҡ, ҡумта, фланелеграф, тәбиғәт материалдарынан театр, күләгә һ.б. бик күп театр төрҙәре менән байытылды һәм яңыртылды. Әлбиттә, төркөмдәрҙә  театр эшмәкәрлеге буйынса конкурсҡа ярҙам итеүсе  ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

“Балалар баҡсаһында театр эшмәкәрлеге” тип исемләнгән педагогик советта конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Шулай итеп беренсе урын кескәйҙәр төркөмдәре араһынан 3 - сө төркөмгә (тәрбиәсе Зөбәйерова Й.Ғ., Кунсбаева Л.Х.), уртансы һәм өлкән төркөмдәр араһынан 7 – се төркөмгә (Япанова Э.Ф.), мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре  араһынан 6 – сы телмәр төҙәтеү төркөмөнә (Ҡолмөхәмәтова Р.И., Ниғәмәтова А.И.) бирелде. Ә Гран-при кескәйҙәр төркөмөнән 4-се төркөм (Ташбулатова Ә.Ә.) лайыҡ булды. Педсоветтың практик өлөшөн тылсым эйәһе булып кейенгән “Тылсымбикә” (тәрбиәсе Зөбәйерова Й.Ғ.) дауам итте. “Тапҡырҙар һәм отҡорҙар” исемле эшлекле уйын формаһында алып барылды. Тылсымбикә педагогтарҙы “Мөғжизәле эшләпәләр” һәм “Тылсымлы битлектәр” командаларына бүлеп педагогик ситуациянан сығыу юлдарын табырға, командаларға әкиәттәрҙең исемдәрен табыу буйынса мәсьәлә сисергә, ниндәйҙер бер әкиәттең өҙөгөнән пантомима күрһәтергә, капитандарға блиц турнир һорауҙарына яуап бирергә һ.б. ошондай уҡ төрлө педагогик һорауҙарға яуап бирергә ҡушты. Команданың әүҙемлеге, ижади фекер йөрөтөүҙәре, педагогтарҙың компетентлығы, командаларҙың ваҡытында тулы яуап биреүҙәре жюри тарафынан билдәләнде. Педагогик советты балалар баҡсаһы мөдире Иҙрисова Розалия Ғәлийән ҡыҙы йомғаҡлап тәрбиәселәрҙе ҡотлап, бүләктәр тараттты һәм дөйөм йомғаҡ яһап: “Театр ул- серле донъя. Ул балаға матурлыҡ, әхләкилек дәрестәре бирә. Сәнғәт менән ҡыҙыҡһынған баланың күңеле лә изгелектә булыр. Тик сабый саҡта күңел түренә һалып ҡуйылған был “орлоҡтар” балаға киләсәктә ҙур ярҙам итергә, матурлыҡты аңлай белергә, мәрхәмәтле бала булып үҫергә булышлыҡ итер” -  тине.

 

Просмотров: 212 | Добавил: Hobit | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024