Балалар баҡсаһында балаларҙың иң һағынып көткән Яңы йыл иртәлектәре үтеп китте. Балаларҙы әкиәт геройҙары Мәскәй әбей, Гөлбикә, Сысҡан, Бесәй, Клоун, Ҡуяндар, балаларҙың яратып ҡараған йәнһүрәтенән Райдер, Крепыш һ.б. байрамға килеп үҙҙәренең ҡыҙыҡлы уйындары, һынауҙары, бейеүҙәре менән кескәйҙәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. Әкиәт геройҙары булып балалар баҡсаһының талантлы, шаян педагогтарыбыҙ сығыш яһанылар. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән бергә, балалар төрлө уйындарҙа бик ҙур теләк менән уйнанылар. Ҡыш бабайҙың тәмле күстәнәстәре менән һыйландылар. Байрам аҙағында балалары менән берлектә ата-әсәләрҙә әүҙем булдылыр, бейеп күтәренке кәйеф менән таралышты.