Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһы буйынса "Йыл йомғаҡтары" сараһы үтте. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы өсөн был бигерәктә тантаналы көн булды, сөнки коллегабыҙ, юғары категориялы тәрбиәсе Йыһангирова Гөлнара Марат ҡыҙы "Рәсәй Федерацияһының белем биреү өлкәһендә почетлы хеҙмәткәр" исеменә лайыҡ булды. Гөлнара Марат ҡыҙына киләсәктә лә ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ. Афарин!!!