“Бала үҫтереү үҙәге – “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында тыуған илгә һөйөү, патриотик тойғо тәрбиәләү маҡсаты менән Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған “Мин дә һалдат булырмын” тип исемләнгән иртәлектәр үткәрелде. Ғаиләнең терәге – ир-ат,атай кеше. Нимә генә тип әйтһәк тә ғаиләнең матурлығы,барлығы улар иңендә. Беҙҙең малайҙарыбыҙ ҙа, буласаҡ һалдаттар, байрам көндө төрлө ҡаршылыҡтар аша үтеп, уйындарҙа көс һынашып, күңелле йырҙар йырлап, дәртле бейеүҙәр бейеп, әрме тураһында шиғырҙар һөйләп үҙҙәренең яҡындарын байрам менән ҡотланылар.
Барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө, батырлыҡ һәм матурлыҡ байрамы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.Күктәрегеҙ аяҙ, көндәрегеҙ яҡты булһын!