#Ватандыһаҡлаусыларкөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
"Ҡыңғырау" төркөмөндә хәрби патриотик аҙналыҡ сиктәрендә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап "Беҙ буласаҡ һалдаттар" исемле күңел асыу сараһы уҙҙы. Был сарала ҡыҙыҡлы "Крепосты төҙө", " Танкты йөрөт" һәм башҡа уйындар ойошторолдо.
Төрлө белем биреү эшмәкәрлектәрендә "Самолет", "Диңгеҙҙә корабль", "Хәрби техника", " Мин буласаҡ һалдат" исемле әңгәмәләр, төрлө техника төрҙәре менән таныштылар, һүрәттәр ҡаранылар, шиғырҙар ятланылар.
Атайҙар менән берлектә ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.
Аҙналыҡты йомғаҡлап балалар атайҙарына бүләк эшләнеләр.
Был аҙналыҡ балаларҙа илһөйәрлек, Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү өсөн бик фәһемле аҙна булып торҙо.
|