"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Ҡыңғырау" төркөмө тәрбиәләнеүселәренең әсәйҙәре 8 март байрамына ҡул эштәренән "Минең яратҡан ҡурсағым" исемле күргәҙмә ойошторҙо. Улар төрлө материалдар ҡулланып йомшаҡ ҡурсаҡтар эшләнеләр. Фантазияға бай, ижад итергә яратыусы әсәйҙәрҙе күргәҙмә эше үҙенә йәлеп итте. Ҡурсаҡтар байрамды биҙәп, балаларҙың кәйефтәрен тағы ла күтәрҙе. Күргәҙмәгә битараф булмаған әсәйҙәргә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Әлфиә Ташбулатова