#годздоровьяРБ
#активноедолголетие
#детскийсад”Акбузат”
Быйылғы йыл Башҡортостанда – “Сәләмәтлек һәм әүҙем ғүмерлелек” йылы тип иғлан ителде. Ошо датаға арнап балалар баҡсаһында өлкән төркөм балалары араһында “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!” исемле һүрәттәр конкурсы ойошторолдо. Конкурста бөтәһе 21 бала ҡатнашты. Балалар һаулыҡты һаҡлау өсөн дөрөҫ туҡланыу, әҙәп-гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, физик яҡтан сынығыу, спорт уйындарын уйнау һ.б. темаларға һүрәттәр эшләнеләр.
26 март көнө конкурстың йомғаҡлау өлөшө үткәрелде. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәселәре Кулембетова Ф.Ш., Сабитова Э.М., физик тәрбиә биреү инструкторы Рәвилова Ә.В. балаларға “Һаулыҡты ҡайҙан табырға?” тип исемләнгән күңелле сара ойошторҙо. Байрамға “Ашнаҡсы”, “Табип”, балалар яратып ҡараған йәнһүрәтенән Лунтик килеп бик ҡыҙыҡлы уйындар уйнатты. Бөтә һынауҙарҙы ла кескәйҙәр уңышлы үтте, төрлө ситуацияны һәр яҡлап тулыһынса асырға тырыштылар. Әйтергә кәрәк, ярыштарҙың һәммәһе лә йөкмәткеле булды. Байрам һуңынан еңеүселәргә һәм һәр балаға иҫтәлеккә бүләктәр таратылды. Балалар баҡсаһы мөдире Розалия Ғәлийән ҡыҙы Иҙрисова балаларға һәр ваҡыт спортты яратыуҙарын, һаулыҡтың кеше өсөн ни тиклем ҡәҙерле икәнлеге тураһында тағы бер тапҡыр төшөндөрөп, иҫәнлек - һаулыҡ теләне.