22 мартта бар кешелек Бөтә донъя һыу көнөн билдәләй. Ул 1993 йылда БМО - ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан раҫланған.
Ошо айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмөндә төрлө эшмәкәрлектәр ойошторолдо (Ә.Ш. Хәсәнова, Ә.Ә.Ташбулатова). Балаларға "Һыуҙың файҙаһы" темаһына әңгәмә, эҙләнеү - тикшеренеү эшмәкәрлеге буйынса "Төҫлө һыу", " Ҡар һәм һыу" тәжрибәләре үткәрелде. Был көндө кескәйҙәр Ф. Акбулатованың "Тамсыҡай", Г. Юнысованың "Гөрләүектәр" исемле шиғырҙары менән таныштылар. "Таҙа ҡулдар" тип исемләнгән гигиена күнекмәләрендә нығытып киттеләр.
Шулай итеп, балаларға кесе йәштән һыуҙың тәбиғәттә, кешенең көнкүрешендә булған әһәмиәте һәм уның бөтә ер шарындағы тереклектең йәшәү сығанағы булыуы тураһында төшөнсәләрҙе камиллаштырыу маҡсатыбыҙҙың береһе булып торҙо.
Ташбулатова Әлфиә
|