#КосмонавтикаКөнө #ФәнҺәмТехнологияларЙылы #АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы 12 апрель бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө билдәләнде.Өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәселәр: Тулыбаева Г.Ғ, Иҙрисова Р.Х, Солтанова Ф.Ә) лә был саранан ситтә ҡалманы.Тәүге йыһангир Ю.Гагарин, йондоҙҙар, планеталар тураһында белешмәләр алдылар, шиғырҙар ятланылар, шулай уҡ ҡағыҙҙан ракета эшләп, һүрәткә төшөрөп ҡыуандылар.