#умырзаякөнө
19 апрель - умырзая көнө. Көн йылытып, ер ҡарҙан әрселеү менән тау - ташлы битләүҙәрҙә яҙҙың тәүге сәскәһе - умырзая үҫеп сыға. Умырзая ғүмере бер миҙгел генә булһа ла, һыуыҡтан ҡурҡмай. Оҙон ҡыштан һуң әле йәшелләнеп тә өлгөрмәгән яландарҙа атҡан тәүге сәскә - яҙ хәбәрсеһе умырзаяның түшәлеп үҫеүенә һоҡланмаған кеше юҡтыр.
Ошо көнгә бағышлап "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмө ( тәрбиәселәр Ә. Ә. Ташбулатова, Ә. Ш. Хәсәнова) тәрбиәләнеүселәренә хәҙерге ваҡытта умырзаяның юҡҡа сығыу хәүефе янағанын һәм умырзая сәскәһен өҙөргә ярамай, уны һаҡлау маҡсатында мәғлүмәттәр бирелде. Балалар Ф. Туғыҙбаеваның "Умырзая" исемле шиғыры менән таныштылар һәм умырзая сәскәһен ҡағыҙ битенә һүрәтләп, пластилиндан әүәләп тә ҡуйҙылар.
Ә кискеһен балалар ата - әсәйҙәренә умырзая тураһында алған мәғлүмәттәре менән бүлештеләр һәм иҫкәрмәләр тараттылар.