#ЯҙғыСпортБайрамы #ЯҙғыСпортФестивале #АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы Балалар баҡсаһында балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өгөтләү, спорттың кеше организмына ыңғай йоғонтоһо тураһында төшөнсә биреү, физик күнегеүҙәр, уйындар, ярыштар аша етеҙлек, сослоҡ, берҙәмлек сифаттары тәрбиәләү маҡсаты менән Яҙғы спорт байрамы үткәрелде. Был байрам балалар өсөн дә, тәрбиәселәр өсөн дә бик күңелле һәм фәһемле булды.