Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән ҡалабыҙҙың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсияға барҙыҡ. Балалар менән музейҙа тыуған яҡ тәбиғәтебеҙҙә йәшәгән хайуандар һәм ҡоштар, башҡорт халҡының йәшәү рәүеше, халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡылары һәм экспонаттары менән танышып яңы тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.
Беҙҙе йылы ҡаршы алған музей директоры Ләйлә Рамаҙан ҡыҙына, Миңнур Шәриф ҡыҙына һәм музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Рәхмәт.
|