#Еңеүкөнө
#БөйөкВатанһуғышы
#"Аҡбуҙат"балаларбаҡсаһы
9 май - Еңеү көнө... Бөгөнгө йәш быуын өсөн ул - Хәтер көнө. Нисек кенә атаһаҡ та, был көн һуғыш менән бәйләнгән. Ошо иҫтәлекле, бөйөк һәм дә ҡурҡыныс ваҡытты балаларға еткереү беҙҙең маҡсатыбыҙҙың береһе булып тора.
Шул айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмөндә (тәрбиәселәр: Хәсәнова Ә. Ш., Ташбулатова Ә. Ә.) төрлө эшмәкәрлектәр ойошторолдо. Кескәйҙәргә "Еңеү көнө", " Беҙҙең ветерандар" темаларына әңгәмәләр үткәрелде. Балалар Еңеү көнөн данлап һүрәт төшөрҙөләр, әүәләнеләр, нәфис әҙәбиәт менән таныштылар.
Киләсәктә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән ғорурланып йәшәйек. Улар Ватан өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән. Беҙҙә Ватаныбыҙҙы яратайыҡ, балаларыбыҙҙы кешелекле һәм кеселекле итеп тәрбиәләйек.