20 май - дөйөм юл ҡағиҙәләре көнө булараҡ, "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының
"Күгәрсен" һәм "Аҡсәскә" телмәр төҙәтеү төркөмө тәрбиәләнеүселәренә Сибай
ҡалаһы буйынса
ЮХХДИ инспекторҙары саҡырылды. Өлкән полиция лейтенанты Үзбәков М.И. балаларға "Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре каникулға китмәй" тигән темаға фәһемле әңгәмә үткәрҙе. Инспекторҙың аңлатыуынса, юл йөрөү ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә түгел, беҙ, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейешбеҙ. Юлдарҙағы кисекмәҫ хәлдәрҙән сыға белеү һәм үҙ-үҙеңде һаҡлау буйынса белешмә бирҙе, иғтибарлы булырға өйрәтте. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө һәм юлдағы башҡа кешеләргә ҡарата ихтирамлы булырға өндәне.