#Иҫкәалабыҙ #Ғорурланабыҙ #БөйөкЕңеү #9май Илебеҙҙә ниндәй генә байрамдар билдәләнмәй, әммә иң ҙуры - Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 май байрамылыр? Йылдан - йыл был данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә. “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының “Толпар” төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә "Үлемһеҙ полк” акцияһына ихлас ҡушылды