23 – сө февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Түҙемлек,патриотизм һәм мәрхәмәтлелек байрамы.Тыуған илебеҙ Рәсәйҙә, элек – электән Ватанды һаҡлаусы иң хөрмәтле изге эш,профессия тип һаналған.Тыуған илгә хеҙмәт итеү – ул халыҡтың тыныс тормошон һаҡлау, үҙ илеңдең намыҫын яҡлау булып тора.Беҙҙең Аҡбуҙат балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе малайҙар ҙа атай – ағайҙарына оҡшап,һау-сәләмәт ҙур булып үҫкәс әрмеләргә барып хеҙмәт итергә хыялланалар.Ошо байрам айҡанлы тәрбиәселәр (Ташбулатова Ә.Ә.,Хасанова Ә.Ш.,Юнысбаева Г.Ғ.,Аҫылбаева М.Ә.,Ҡунысбаева Л.Х.,Ҡолмөхәмәтова Р.И.,Ниғәмәтова А.И.) һәм музыка етәксеһе (Ҡунаҡбаева Г.Р.) тәрбиәләнеүселәр менән берлектә викторина һәм квест уйыны формаһында күңел асыу саралары үткәрҙеләр. Әрме тураһында кәңәшләшеп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, йырлап – бейеп күңел астылар.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре барлыҡ ир - егеттәрҙе байрам менән ҡотлап, уларға киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡала. Байрам менән һеҙҙе Ватандаштар!
|