#21февральтуғантелкөнө
#Халыҡаратуғантелкөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ.
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
(Рәми Ғәрипов)
21 февраль - Халыҡ - ара туған тел көнө билдәләнә. Ошо көн айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөндә саралар ойошторолдо (тәрбиәселәр Ташбулатова Ә. Ә., Хәсәнова Ә. Ш.). "Иң матур тел - минең телем!", "Милли кейемдәр" исемле ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегендә балалар үҙ халҡының күңел хазинаһы - милли кейемдәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл - әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетенә иреште. Тағы ла ошо көнгә арнап Сибай тарих - крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре маҡсатлы экскурсияға саҡырҙы. Балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле экскурсия ойошторған музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.