Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSВторник, 07.05.2024, 22:48

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

23 – сө февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Түҙемлек,патриотизм һәм мәрхәмәтлелек байрамы.Тыуған илебеҙ Рәсәйҙә, элек – электән Ватанды һаҡлаусы иң хөрмәтле изге эш,профессия тип һаналған.Тыуған илгә хеҙмәт итеү – ул халыҡтың тыныс тормошон һаҡлау, үҙ илеңдең намыҫын яҡлау булып тора.Беҙҙең Аҡбуҙат балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе малайҙар ҙа атай – ағайҙарына оҡшап,һау-сәләмәт ҙур булып үҫкәс әрмеләргә барып хеҙмәт итергә хыялланалар.Ошо байрам айҡанлы тәрбиәселәр (Ташбулатова Ә.Ә.,Хасанова Ә.Ш.,Юнысбаева Г.Ғ.,Аҫылбаева М.Ә.,Ҡунысбаева Л.Х.,Ҡолмөхәмәтова Р.И.,Ниғәмәтова А.И.) һәм музыка етәксеһе (Ҡунаҡбаева Г.Р.) тәрбиәләнеүселәр менән берлектә викторина һәм квест уйыны формаһында күңел асыу саралары үткәрҙеләр. Әрме тураһында кәңәшләшеп, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, йырлап – бейеп күңел астылар.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре барлыҡ ир - егеттәрҙе байрам менән ҡотлап, уларға киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡала. Байрам менән һеҙҙе Ватандаштар!

      

Просмотров: 91 | Добавил: akbuzat | Дата: 20.02.2022 | Комментарии (0)

#Ҡышҡыолимпиада
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Күптәр ҡышты ярата, бигерәктә балалар. Сөнки был йылдың иң матур ваҡыты, ҡыш көнө генә санала, саңғыла, шыуыу, рәхәтләнеп ҡарҙа уйнау мөмкинлеге бар.
 Ошо йәһәттән  балалар баҡсаһында саф һауала «Ҡышҡы Олимпик уйындар!» тип исемләнгән спорт байрамы уҙҙы. Байрам эстафета рәүешендә үткәрелде, балалар командаға бүленеп хоккей, керлинг  уйындарында, саңғы, биатлон ярыштарында  көстәрен һынанылар. Уйындарҙа сослоҡ, етеҙлек, берҙәмлек һәр балаға хас булды. Быйылғы ҡышҡы Олимпиада уйындарының талисманы булған Панда  балаларға дәрт өҫтәп, байрамды биҙәне.  Ярыш аҙағында  балалар  күстәнәстәр һәм иҫтәлекле бүләктәр алып  ҡыуанды.  Барыһы ла яҡшы кәйеф,  күтәренке күңел  менән таралышты.

      

Просмотров: 96 | Добавил: akbuzat | Дата: 20.02.2022 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Февраль 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024