Бер күк аҫтында тыуғанбыҙ беҙ,
Бер төйәктә ғүмер итәбеҙ,
Бер тупраҡтың ризыҡтарын йыйып,
Бер йылғаның һыуын эсәбеҙ.
Йыйылыштыҡ беҙ бергә
Башҡортостан көнөнә - тип "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының кескәйҙәре педагогтар (Ҡунаҡбаева Г.Р.,Ташбулатова Ә.Ә.,Ҡолмөхәмәтова Р.И.,Аҫылбаева М.Ә., Тулыбаева Г.Ғ.,Иҙрисова Р.Х.,Вәлитова Р.З.,Ҡунсбаева Л.Х.) менән берлектә байрамға ҡарата тематик байрам иртәлектәре үткәрҙеләр. Башҡортостан республикаһының дәүләт символдарын нығытып үттеләр. Тыуған илдең матурлығын, байлығын, хозур тәбиғәтен үҙҙәренең йырҙарында һәм шиғырҙарында асып һалһалар, ә инде бына башҡорт халҡының рухын, көслөлөгөн, зирәклеген уйындарҙа һәм мәҡәл - әйтемдәрҙә күрһәттеләр.
Барығыҙҙы ла байрам менән! Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын!
. . . . . |