#РеспубликиБашкортостан
#ГрантыРБ
#ФСГОРБ
#Сибай
#ВпередСибай
#Башкортостан
#Гранты
25 октябрь көндө, Балалар ижады үҙәгендә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы ойошторған "Телем аша асам донья серен" интеллектуаль уйыны уҙғарылды. Был уйында ҡалабыҙҙың 16 башҡорт ғаиләһе ҡатнашты. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан Абубакировтар ғаиләһе лә ситтә тороп ҡалманы: тыуған ил, туған башҡорт теле тураһында мәҡәлдәрен, башҡорт халыҡ йырҙарын, әкиәттәрен һәм уйындарын иҫкә төшөрҙөләр. Сара мауыҡтырғыс һәм фәһемле булды.