"Юл хәүефһеҙлеген һаҡлау һәр кемдең изге бурысы" - тип әйткәндә бер ҙә яңғылыш булмаҫ. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында педагогтар (Колмөхәмәтова Р.И.,Кунсбаева Л.Х.,Ҡунаҡбаева Г.Р.,Әлибаева Ә.Р.) кескәйҙәр менән берлектә ошо тема аҫтында сара үткәрҙеләр. Ҡунаҡҡа килгән полиция хеҙмәткәре ст.лейтенант Ғибәҙуллин Руслан Рәмил улы балаларға төрлө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле һорауҙар биреп, әңгәмә үткәрһә, ә инде бына Светофор дуҫыбыҙ төрлө уйындар уйнаны, тәрбиәләнеүселәр менән берлектә күңелле бейеү ҙә бейеп алдылар.
|