Ниңә бөгөн бөтә ерҙә
Сәскәләр балҡый беҙҙә
Ниңә ҡояш көлөп ҡарай
Беләбеҙ бөтәбеҙҙә!
Яҙҙың беренсе байрамы 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы кескәйҙәре үҙҙәренең әсәйҙәрен, өләсәй - инәйҙәрен байрамға йыйҙы. Улар ҡәҙерле кешеләрен байрам менән ҡотлап төрлө йырҙар, күңелле бейеүҙәр һәм фәһемле шиғырҙар бүләк иттеләр.Ә инде төрлө дәртле уйындар байрамға тик йәм өҫтәнеләр.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла байрам менән ҡотларға ашыға.
Ҡотло булһын байрамығыҙ,
Тыныс булһын күңелегеҙ.
Йөҙөгөҙҙән яҡты ҡояш нуры,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
|