Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSВоскресенье, 28.04.2024, 00:08

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#Һаумыһаумыәкиәт

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы 

19 март көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында әкиәт һөйләүселәр араһында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының локаль этабы үтте. 

Был конкурс талантлы балаларҙы асыҡлау, башҡорт телен, ғөрөф - ғәҙәтен һаҡлау, әкиәтселәр үҫтереү, үҫеп килеүсе йәш быуында тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо (Ташбулатова Ә. Ә., Хәсәнова Ә. Ш.).

Балалар сараның тәүге минутынан тылсымлы йомғаҡ ярҙамында әкиәт донъяһына сумдылар. Унда әкиәт иленең хужабикәһе (тәрбиәсе Сабитова Э. М.) ҡаршы алды. Әкиәт һөйләүселәр үҙҙәренең яратҡан әкиәттәрен һөйләп ишеттерҙеләр. Конкурста төрлө йәштәге тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты. 

Жюри ағзалары тарафынан еңеүселәр билдәләнде: 

3 - 5 йәшлектәр араһында Исламгулов Динислам -1 урын (Хәсәнова Ә. Ш.), Узякина Амалия - 2 урын, Гөбәйҙуллина Сафина - 3 урын (Солтанова Ф. Ә.).

5 - 7 йәшлектәр араһында Солтанов Ирхан - Гран - при (Кунсбаева Л. Х.), Ҡаһарманова Эмилия -1 урын, (Ташбулатова Ә. Ә.), 2 урын Сафина Милена (Тулыбаева Г. Г.), Харрасова Эмилия (Юнысова Г. Ғ.), 3 урын Әбүбәкиров Азамат (Ташбулатова Ә.Ә.), Исламгулов Рушан (Идрисова Р. Х.) яуланылар.

 Үткәрелгән был сара балалар өсөн бик файҙалы һәм фәһемле булды. Һәр ҡатнашыусы дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуандылар. Киләсәктә тағы ла балаларға уңыштар теләйбеҙ. Әкиәт балаларҙың ысын дуҫы булып ҡалһын.

 

Ташбулатова Әлфиә

Просмотров: 12 | Добавил: akbuzat | Дата: 19.03.2024 | Комментарии (0)

#Һаумы_һаумы_әкиәт
 Йәш быуында башҡорт халҡынының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү, йәш әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү маҡсатында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында әкиәт һөйләү маһирлығы буйынса “Һаумы, һаумы, әкиәт!” донъя әкиәттәрен туған телдә һөйләүселәр конкурсы уҙғарылды . Бәйге шарттарына ярашлы тәрбиәләнеүселәр әкиәт һөйләү оҫталығында көс һынашты. Балалар өсөн юғары кимәлдә матур тамаша, ҙур байрам ойошторолдо Һәм жюри ағзалары тарафынан һөҙөмтәләр баһаланды. Сарала "Күбәләк" өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән Солтанов Ирхан менән Исламғолов Рушан үҙ көстәрен һанап ҡаранылар. Ирхан Гран -при , Рушан 3-сө урын алдылар. Ҡатнашыусы йәш әкиәтселәребеҙгә дипломдар һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды, Ирхан ҡала кимәлендә көсөн һынаясаҡ. Уға уңыштар теләп ҡалабыҙ! 

Просмотров: 18 | Добавил: akbuzat | Дата: 19.03.2024 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024