Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 27.04.2024, 18:07

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Ниңә бөгөн бөтә ерҙә
Сәскәләр балҡый беҙҙә
Ниңә ҡояш көлөп ҡарай
Беләбеҙ бөтәбеҙҙә!
Яҙҙың беренсе байрамы 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы кескәйҙәре үҙҙәренең әсәйҙәрен, өләсәй - инәйҙәрен байрамға йыйҙы. Улар ҡәҙерле кешеләрен байрам менән ҡотлап төрлө йырҙар, күңелле бейеүҙәр һәм фәһемле шиғырҙар бүләк иттеләр.Ә инде төрлө дәртле уйындар байрамға тик йәм өҫтәнеләр.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла байрам менән ҡотларға ашыға.
Ҡотло булһын байрамығыҙ,
Тыныс булһын күңелегеҙ.
Йөҙөгөҙҙән яҡты ҡояш нуры,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.

           

Просмотров: 10 | Добавил: akbuzat | Дата: 08.03.2024 | Комментарии (0)

8 март халыҡ - ара ҡатын - ҡыҙҙар көнө айҡанлы "Ровесник" берекмәһе ҡалабыҙҙың балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре араһында "Деффчонки давай!" исеме аҫтында ярыш ойошторҙо. Был сара тағы ла берҙе балалар баҡсаһының һәр хеҙмәткәре-әртист, рәссам, бар эшкә лә оҫта икәнлеген иҫбатланы. Бөтәһе 5 конкурс булды: "Кулинар", "Минең 8 март өйҙә", "Бала Ауыҙы менән", "Әкиәт-юлдаштар" һәм "Модельерҙар"конкурсы. Бар конкурстарҙы ла яҡшы баһалар менән үтеп, беҙҙең "Аҡбуҙат" ҡыҙҙары лайыҡлы 2-се урын яуланылар. Афариндар!
Сара бик сағыу, дәртле барҙы. Сараны ойоштороусы "Ровесник" клубы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә гүзәл заттар ҡатын-ҡыҙ бәхете, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ.

         

Просмотров: 9 | Добавил: akbuzat | Дата: 08.03.2024 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024