Өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары Еңеу паркына маҡсатлы экскурсияға барҙылар. Тәрбиәселәр Рамеева Г. С. , Йыһангирова Г. М. , Ҡолмөхәмәтова Р. И. балаларға еңеу, батырлыҡ тураһында мәғлұмәттәр бирҙеләр. Яуҙа һәләк булғандарзың обелискыһында булдылар. Тағы ла оло йәштәге олатай, ҡартатайҙарға ҡарата ихтирам һүҙҙәре әйтелде.