18 февраль көнө «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған бик матур сара үтте. Байрамға атайҙар, ҡартатайҙар саҡырылды. Балалар үҙҙәренең матур шиғырҙары, дәртле бейеүҙәре һәм күңелле йырҙары менән килгән ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәрҙе. Ә инде бына йылғырлыҡ, зирәклек, тапҡырлыҡ, сослолоҡ талап иткән уйын-эстафеталар балалар, атайҙар өсөн ҡыҙыу һәм мауыҡтырғыс барҙы. Байрамды ойоштороусы тәрбиәселәргә (Ҡолмөхәмәтова Р.И.,Ниғәмәтова А.И.), музыка етәксеһенә (Ҡунаҡбаева Г.Р.) һәм шулай уҡ, ваҡыт табып килеүсе атай-ҡартатайҙарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
|