Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 27.07.2024, 16:34

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

2019-2020 уҡыу йылы

“МИНЕҢ ТАМЫРҘАРЫМ ” - БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ

100 ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛҒАН ПРОЕКТ ЭШЕНЕҢ ЙОМҒАҠЛАУ САРАҺЫ

“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында уҡыу йылы башынан Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған проект эштәре тәҡдим ителенде. Һәр төркөм ата-әсәләр менән берлектә төрлө ҡыҙыҡлы проект эштәре яҙҙы һәм тормошҡа ашырҙы. Был йәһәттән, мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәселәре Йыһангирова Гөлнара Марат ҡыҙы, Зөбәйерова Йәнбикә Ғиниәт ҡыҙы балалар, атай әсәйҙәре менән берлектә нәҫел ағастарын төҙөп “Минең тамырҙарым” тип исемләнгән шәжәрә байрамын үткәрҙе. Әлбиттә был сараға балалар алдан әҙерләнделәр. Тыуған ерен, тыуған илен маҡтап төрлө йырҙар, шиғырҙар өйрәнделр. Байрамда данлы Юрматы, Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Тамьян һ.б. ырыуҙар тураһында һөйләп үттеләр. Темаға ярашлы ғаилә, атай, әсәй, олатай, өләсәй тураһында йырҙар йырланылар, дәртле бейеүҙәр бейенеләр (музыка етәксеһе Иҫәндәүләтова Ә.Х.). Байрамға атай-әсәйҙәрҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең, ҡартатай-ҡәртәсәйҙәрҙең күпләп килеүҙәре йәм, дәрт өҫтәне. Сара ла хөрмәтле ҡартатайҙар Лотфуллин Сәғит Миҙәхәт улы, Дәүләтҡолов Вил Хөснитдинн улы үҙҙәренең нәҫеле тураһында бик ентекле һөйләп үттеләр. Уларҙың нәҫеленән бик күп юғары белемле, арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан: инженер, педагог, иҡтисадсы, ауыл хужалығы белгесе, юрист, табип һәм башҡа һөнәрҙәрҙе һайлаған. Ете ырыу вәкилдәрен данлап балалар баҡсаһында үткәрелгән “Татыу ғаилә- ил тотҡаһы” конкурсы лауреаты Таҡалова Фидәлиә Фәнил ҡыҙының татыулыҡ, берҙәмлек тураһындағы йыры, килгән ҡунаҡтарҙың күңелен арбаны. Әлбиттә, бөгөнгө тантанаға ҡалабыҙҙың абруйлы ҡунаҡтары ла саҡырылды. Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы Ғөбәйҙуллина Таңһылыу Фәтих ҡыҙы, ҡала мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем тәрбиә биреү методисы Лилиә Шаһибал ҡыҙы Янбаева, “Атайсал” гәзите мөхәррире Альбина Ғәрифйән ҡыҙы Ҡотошова, балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы – ҡурайсы Нәҙерғолов Ильмир Амур улы, ҡалабыҙҙың балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәр ҡатнашты.

Ҡоролтай ағзаһы Ғөбәйҙуллина Таңһылыу Фәтих ҡыҙы, Янбаева Лилиә Шаһибал ҡыҙы балаларға, атай-әсәйҙәргә, барлыҡ туғандарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Артабанда үҙ ырыуҙарығыҙҙы бер ваҡытта ла онотомағыҙ, бер ҡасан да ҡоротмағыҙ, аҡтамырығыҙҙы үрсетегеҙ, үҙегеҙҙең нәҫел – ырыуығыҙҙы арттырығыҙ тигән һүҙҙәр менән сығыш яһанылар. Ысынлап та, был төркөмдә балалар үҙҙәренең шәжәрәһен, тыуғандарын белеп үҫә, быуындар ебе өҙөлмәй.

Бөйөк шәхесебеҙ З.Вәлидиҙең башҡорт халҡына хушлашыу хатында шундай юлдар бар: “Беҙҙең милләтебеҙ аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәк ҡалһа ла, яңынан терелеп бөтөн баҡсаға таралыр” - тигән лозунг менән алып барыусылар байрамды тамамланы.

   


"НӘҘЕКӘЙБИЛ" - ҠАЛА КИМӘЛЕНДӘ ОЙОШТОРОЛҒАН

ТЕАТР ЭШМӘКӘРЛЕГЕ БУЙЫНСА КОНКУРС

23 май мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрованың "Нәҙекәйбил" музыкаль - театрлашырылған әҫәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте. Был музыкаль театр балаға тормоштоң, тәбиғәттең матурлығын күрә белергә өйрәтеү, үҙ - үҙен тәбиғи һәм азатлы тотоу һәләтен үҫтереү, тәбиғәтҡә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү маҡсатында әҙерләнде. Балалар театрҙы яраталар, ихлас, ысын күңелдән уйнанылар. Ата - әсәләр менән берлектә костюмдар әҙерләнде. Саҡырылған ата-әсәләргә, башҡа төркөмдәрҙән килгән кескәй тамашасыларға музыкаль театр бик оҡшаны.

     


СИБАЙ ҠАЛАҺЫНДА ОЙОШТОРОЛҒАН  I "ИНВЕСТ ҺАБАНТУЙҘА" ҠАТНАШЫУ

      

     


 ҠАЛА КИМӘЛЕНДӘ ҮТКӘРЕЛГӘН МИЛЛИ КҮРГӘҘМӘЛӘРҘӘН КҮРЕНЕШТӘР

  

   

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Июль 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024