Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 27.07.2024, 10:58

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 3
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Год заботы о людях с ОВЗ

План мероприятий в 2024 году Года заботы о людях с ОВЗ МДОБУ "ЦРР - детский сад "Акбузат"

 

#Һаулыҡмөмкинлектәресикләнгәнкешеләртураһындыхәстәрлеккүреүйылы
#Рәсәйҙәғаиләйылы
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
25 апрель көнө балалар баҡсаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм ата-әсәләр менән берлектә белгестәр тарафынан (Аметова Р. М., Ҡунаҡбаева Г. Р., Ниғәмәтова А. И., Уразбаева А. Ф., Таштимерова Р. Н., Юнысбаева Г. Г., ) "Яҡшы кәйеф" исемле квест - уйыны үткәрелде. Уйын барышында балалар карта ярҙамында ҡаршылыҡтарҙы үтеп, Ҡояшлы ҡуянға ярҙам иттеләр. Күңел асыу сараһында әсәйҙәр ҙә әүҙем булдылар. Байрам аҙағында балалар күтәренке кәйефтә, күстәнәстәр алып таралыштылар.

            

 

2024 йыл- Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы, тип иғлан ителде. Шул уңайҙан, «Акбуҙат» балалар баҡсаһында уҡытыусы- логопед Уразбаева А. Ф. һәм педагог- психолог Аметова Р. М. тарафынан педагогтар өсөн «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән нисек эшләргә?» исемле консультация үткәрелде. Педагогтарға был балалар менән эшләү үҙенсәлектәре, эффектлы алымдар һәм технологиялар, уңайлы шарттар тыуҙырыу кәрәклеге тураһында кәңәштәр бирелде. Педагогтарҙың, тәрбиәселәрҙең һәм ата- әсәләрҙең бурысы - ошо категориялағы балаларға үҫергә, яңы һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итеү, уларҙы йәмғиәткә индереү өсөн дөрөҫ юлдарҙы, ысулдарҙы, алымдарҙы эҙләү, улар бер нимә менән дә башҡаларҙан айырылмауын, улар яңғыҙ түгеллеген аңлатыу. Әлбиттә, баланың тормошон яҡты, сағыу төҫтәргә буяуға тик бергә тырышлыҡ менән ирешергә була.

      

 


  14 февраль көндө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында тәрбиәселәр өсөн 
  "Бармаҡтар уйнай - телмәр үҫешә" исемле семинар-практикум үтте. Унда уҡытыусы-логопед Юнысбаева Гөлсинә Ғөбәйт ҡыҙы тәрбиәселәргә бармаҡ уйындары, ҡыҙыҡлы нейрокүнегеүҙәр тәҡдим итте. Семинар-практикум барышында тәрбиәселәр төрлө бармаҡ уйындарын иҫкә төшөрҙөләр, яңыларын өйрәнделәр.

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Июль 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024