“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында 18 февралдән 21 февралгә тиклем балаларға патриотик тәрбиә биреү аҙналығы уҙғарылды. Һәр төркөмдә хәрби темаларға арналған тематик ойоштороу эшмәкәрлектәре үткәрелде, күргәҙмә ойошторолдо. Балалар хәрби-патриотик йырҙар, шиғырҙар өйрәнделәр, һүрәт төшөрҙөләр, үҙ ҡулдары менән атай-олатайҙарына бүләк әҙерләнеләр. Байрамға атайҙарҙың, олатайҙарҙың күпләп килеүе, балалары менән берлектә “Миналы ялан”, “Яралы һалдат”, “Һалдат хаты тапшырыу”, “Һалдаттарҙа тәртип ҡаты” тип исемләнгән хәрби уйындарҙа, спорт ярыштарын да ҡатнашыуҙары кескәйҙәрҙе тағы ла ҡыуандырып, дәртләндереп ебәрҙе. Ысынлап та, малайҙар атай-олатайҙары кеүек физик яҡтан көслө, етеҙ, киләсәктә ҡыйыу һалдат булырға ынтыла, өлгө ала, ә ҡыҙҙар атайҙары менән ғорурлана.
|