Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSВоскресенье, 05.05.2024, 13:52

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Балалар баҡсаһында  Һаулыҡ аҙналығы сиктәрендә 19-20 март ял көндәре  "Интернетһыҙ ял көндәре" исемле акция ойошторолдо. Акция балалар менән мөмкин тиклем төрлө уйындар уйнау, аралашыу, һүрәт төшөрөү, спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү, саф һауала йөрөү һ.б. маҡсатында үткәрелде. Был акцияла ата-әсәләр (законлы вәкилдәр) балалар менән бик әүҙем ҡатнаштылар һәм үҙҙәренең күңелле ял ваҡыттарын  фотоларҙа сағылдырҙылар. 
Балаларға шундай күңелле һәм файҙалы ял көндәре ойоштороусы ата-әсәләргә ҙур рәхмәттебеҙҙе еткерәбеҙ!

         

Просмотров: 94 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.03.2022 | Комментарии (0)

#ҺаулыҡАҙналығы
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
 Балалар баҡсаһында балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өгөтләү, спорттың кеше организмына ыңғай йоғонтоһо тураһында төшөнсә биреү, физик күнегеүҙәр, уйындар, ярыштар аша етеҙлек, сослоҡ, берҙәмлек сифаттары тәрбиәләү маҡсаты менән һаулыҡ аҙнаһы айҡанлы "Таҙалыҡ -һаулыҡ", "Һаулыҡ өсөн нимәләр зарарлы " спорт байрамдары  үткәрелде. Был байрам  балалар өсөн дә, тәрбиәселәр өсөн дә бик күңелле һәм фәһемле  булды.

      

Просмотров: 89 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.03.2022 | Комментарии (0)

"Аҡ сәскә" төркөмө тәрбиәләнеүселәре телмәр төҙәтеү дәрестәрендә лексик һәм грамматик тел сараларын уйындар аша практик үҙләштерәләр. Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе ишетеп айырырға өйрәнәләр, өндөң урынын билдәләргә күнегеүҙәр эшләйҙәр. Бик күп уйын-күнегеүҙәр аша уҡытыусы - логопед балаларҙың дөрөҫ телмәр һулышын үҫтереү өҫтөндә эшләй. Балаларҙың иғтибарын, логик фекерләүен үҫтереү өсөн ҡыҙыҡлы дидактик уйындар киң ҡулланыла. Ваҡ моторика ны үҫтереү өсөн балалар су-джок шарҙарын, балдаҡтарын ҡулланып үҙаллы массаж эшләргә өйрәнәләр.
Уҡытыусы - логопед Йылҡбаева Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы.

           

Просмотров: 79 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.03.2022 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Март 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024