#Һаумы,һаумы,әкиәт
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Ҡалабыҙҙың Балалар ижады үҙәгендә күркәм байрам "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы уҙғарылды. Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында көсөргәнешле бәйге булды. Конкурста ҡатнашыусы кескәйҙәр донъя халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә яттан һөйләнеләр. Беҙҙең балалар баҡсаһынан 2 - 4 йәшлектәр араһында Сафина Милена (тәрбиәсеһе Вәлитова Р.З.) - 2 урын,
5 - 7 йәшлектәр араһында Аллабердина Нәйлә (Тулыбаева Г.Ғ.) - 1 урынға лайыҡ булды.
Афарин кескәйҙәр. Еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ!!! Киләсәктә лә ижади уңыштар һеҙгә!!!