Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSВторник, 07.05.2024, 08:51

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

19:42

#Фондкультурныхинициатив
#фестивальнациональнойкультуры
#Фестивалькружевадружбы
#Фестивалькружевадружбы
#детскийсадАкбузат

​ ​ Билдәле булыуынса, 2022 йылдың ​ 4 апреленән​ ​ 1 ​ июнгә ​ тиклем ​ ​ балалар баҡсалары араһында «Фестиваль национальной культуры- возрождение традиций ​ ​ «Кружева дружбы» исемле ​ конкурс-фестивале уҙғарылды. Конкурстың положениеһына ярашлы, беҙҙең балалар баҡсаһы ике ай дауамында ​ осетин халҡының ​ мәҙәниәтен, ғөрөф -ғәҙәттәрен, йолаларын, тарихын, ​ халыҡ ижадын, биҙәү- ҡулланма сәнғәтен ​ өйрәнде. Әйтергә кәрәк, был фестиваль балаларҙа һәм ата-әсәләрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Осетин халҡының ​ «Чепена» уйыны, «Бадола» йыры , «Кеше һәм терпе» әкиәте ,​ «Саҡырыу»​ милли бейеүе, мәҡәл- әйтемдәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте ​ һәм көнкүреше әйберҙәренән торған бай йөкмәткеле мини -музей тураһында​ видеояҙмалар әҙерләнде.
​ ​ ​ ​ Осетин халҡының«Чепена» ( етәкселәре ​ Сабитова Э.М., Йыһангирова Г.М., Ташбулатова Ә.Ә., Хәсәнова Ә.Ш.) ​ уйыны бик киң таралған уйындарҙың береһе. Әткәндәй, беҙҙең балаларға ла был уйын бик оҡшаны. Һөҙөмтәлә, жюри ағзалары беҙҙең был уйынға лайыҡлы рәүештә 3 урын бирҙе.
​ ​ ​ «Халҡымдың мәҡәл-әйтемдәре»​ ( етәкселәре Әлибаева Ә.Р., Кунсбаева Л.Х., Әхмәрова Ә.Ә.) ​ исемле виртуаль флешмобта ​ ​ ​ балалар, педагогтар һәм ата-әсәләр генә ҡатнашып ҡалманы, хатта сит ерҙәрҙән - ​ ҡояшлы ​ Төркиә иленән, Мәскәү ҡалаһынан да ҡатнашыусылар теләк белдерҙе. Һөҙөмтәлә, дуҫлыҡ, хеҙмәт, тыуған ил тураһындағы мәҡәлдәр һәм әйтемдәр икенсе урынды яуланы.
​ ​ ​ Осетин халҡының​ «Саҡырыу» ( етәксеһе ​ Ғөбәйҙуллина Р.Ә.) ​ исемле милли бейеүе ​ бөтәһенең дә күңеленә хуш килде, сөнки мәктәпкә әҙерлек төркөмө ҡыҙҙары ​ ​ был бейеүҙе​ ​ хас осетинса ​ һығылмалы ​ һәм ​ оҫта башҡарҙы. Һөҙөмтәлә, лайыҡлы рәүештә 1 урын яуланы !
​ ​ Ҙур тырышлыҡ һәм ныҡышмалыҡ талап ителгән конкурста әүҙем һәм ихлас ҡатнашҡандары өсөн барлыҡ ​ ​ балаларға, педагогтарға, ата-әсәләргә, шулай уҡ ​ осетин халҡының милли кейемдәрен тегеүсе​ педагог Солтанова Ф.Ә. , ​ видеояҙма әҙерләүсе педагогтар​ Кулембетова Ф.Ш., Аметова Р.М. һәм ​ айырыуса, ​ балалар ​ ижады ​ үҙәге ​ педагогы ​ Иҙрисова Гөлнара Юлай ҡыҙына​ оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. ​Еңеүҙәр менән ихлас ҡотлайбыҙ! ​ Эшегеҙҙә уңыштар, яңы бейеклектәр һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!
         

Просмотров: 94 | Добавил: akbuzat | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Июнь 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024