Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 27.04.2024, 05:19

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

#Фондкультурныхинициатив
#фестивальнациональнойкультуры
#Фестивалькружевадружбы
#Фестивалькружевадружбы
#детскийсадАкбузат

​ ​ Билдәле булыуынса, 2022 йылдың ​ 4 апреленән​ ​ 1 ​ июнгә ​ тиклем ​ ​ балалар баҡсалары араһында «Фестиваль национальной культуры- возрождение традиций ​ ​ «Кружева дружбы» исемле ​ конкурс-фестивале уҙғарылды. Конкурстың положениеһына ярашлы, беҙҙең балалар баҡсаһы ике ай дауамында ​ осетин халҡының ​ мәҙәниәтен, ғөрөф -ғәҙәттәрен, йолаларын, тарихын, ​ халыҡ ижадын, биҙәү- ҡулланма сәнғәтен ​ өйрәнде. Әйтергә кәрәк, был фестиваль балаларҙа һәм ата-әсәләрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Осетин халҡының ​ «Чепена» уйыны, «Бадола» йыры , «Кеше һәм терпе» әкиәте ,​ «Саҡырыу»​ милли бейеүе, мәҡәл- әйтемдәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте ​ һәм көнкүреше әйберҙәренән торған бай йөкмәткеле мини -музей тураһында​ видеояҙмалар әҙерләнде.
​ ​ ​ ​ Осетин халҡының«Чепена» ( етәкселәре ​ Сабитова Э.М., Йыһангирова Г.М., Ташбулатова Ә.Ә., Хәсәнова Ә.Ш.) ​ уйыны бик киң таралған уйындарҙың береһе. Әткәндәй, беҙҙең балаларға ла был уйын бик оҡшаны. Һөҙөмтәлә, жюри ағзалары беҙҙең был уйынға лайыҡлы рәүештә 3 урын бирҙе.
​ ​ ​ «Халҡымдың мәҡәл-әйтемдәре»​ ( етәкселәре Әлибаева Ә.Р., Кунсбаева Л.Х., Әхмәрова Ә.Ә.) ​ исемле виртуаль флешмобта ​ ​ ​ балалар, педагогтар һәм ата-әсәләр генә ҡатнашып ҡалманы, хатта сит ерҙәрҙән - ​ ҡояшлы ​ Төркиә иленән, Мәскәү ҡалаһынан да ҡатнашыусылар теләк белдерҙе. Һөҙөмтәлә, дуҫлыҡ, хеҙмәт, тыуған ил тураһындағы мәҡәлдәр һәм әйтемдәр икенсе урынды яуланы.
​ ​ ​ Осетин халҡының​ «Саҡырыу» ( етәксеһе ​ Ғөбәйҙуллина Р.Ә.) ​ исемле милли бейеүе ​ бөтәһенең дә күңеленә хуш килде, сөнки мәктәпкә әҙерлек төркөмө ҡыҙҙары ​ ​ был бейеүҙе​ ​ хас осетинса ​ һығылмалы ​ һәм ​ оҫта башҡарҙы. Һөҙөмтәлә, лайыҡлы рәүештә 1 урын яуланы !
​ ​ Ҙур тырышлыҡ һәм ныҡышмалыҡ талап ителгән конкурста әүҙем һәм ихлас ҡатнашҡандары өсөн барлыҡ ​ ​ балаларға, педагогтарға, ата-әсәләргә, шулай уҡ ​ осетин халҡының милли кейемдәрен тегеүсе​ педагог Солтанова Ф.Ә. , ​ видеояҙма әҙерләүсе педагогтар​ Кулембетова Ф.Ш., Аметова Р.М. һәм ​ айырыуса, ​ балалар ​ ижады ​ үҙәге ​ педагогы ​ Иҙрисова Гөлнара Юлай ҡыҙына​ оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. ​Еңеүҙәр менән ихлас ҡотлайбыҙ! ​ Эшегеҙҙә уңыштар, яңы бейеклектәр һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!
         

Просмотров: 91 | Добавил: akbuzat | Дата: 01.06.2022 | Комментарии (0)

"Балдан татлы - баласаҡ"- тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер.Ысынлап та, баласаҡ хәтирәләре мәңге иҫтә ҡаласаҡ.
Балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының төп майҙансығы кескәйҙәрҙе байрамға йыйҙы. Музыка етәксеһе (Ҡунаҡбаева Г.Р.) тарафынан әҙерләнгән күңел асыу сараһы бик күңелле алып барылды.Тәрбиәләнеүселәрҙең кәйефен күтәреп, уларҙы байрам менән ҡотларға тип клоундар(Рәмиева Г.С., Хасанова Ә.Ш.) ҡунаҡҡа килделәр.Улар үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре, ҡыҙыҡлы уйындары һәм фокустары менән байрамға йәм өҫтәнеләр.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы коллективы барлыҡ балаларҙы ла байрам менән ихлас күңелдән ҡотлай.Уларға бәхетле баласаҡ теләп ҡала.

         

Просмотров: 86 | Добавил: akbuzat | Дата: 01.06.2022 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Июнь 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024