Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSЧетверг, 09.05.2024, 09:57

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

"Аталы бала - арҡалы бала"- тип юҡҡа әйтмәгәндәр өләсәй-олатайҙарыбыҙ. Ысынлап та, ғаилә башлығы, ғорурлығы, таянысы икәнлеген иҫбатлап, атайҙарға ҡарата булған хис-тойғоларын еткерергә ашыҡтылар " Аҡбуҙат " балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре һәм педагогтары (Ташбулатова Ә. Ә., Хасанова Ә.Ш., Юнысбаева Г. Ғ., Ҡунаҡбаева Г. Р.). күңел асыу сараһында һәм дәрестәрҙә кескәйҙәр төрлө һүрәттәр төшөрөп, нәфис әҙәбиәт менән танышып ҡыуанһалар, ә инде күңел асыу сараһында төрлө йырҙар йырлап, күңелле уйындар уйнап шатландылар.

         

 

Просмотров: 54 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.10.2022 | Комментарии (0)

#Атайҙаркөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Халҡыбыҙҙа “Атайлы бала — арҡалы” тигән бик аҡыллы мәҡәл бар. Әсәйҙәребеҙ ғаилә усағын һаҡлаусы булһа, атай – ул ғаиләнең төп яҡлаусыһы һәм терәге.   "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Тейенкәй" кескәйҙәр төркөмө балалары ла Атайҙар көнөн билдәләп үттеләр.
Атайҙарға ҡарата һөйөү тәрбиәләү, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу маҡсатында "Минең атайым" тигән белем биреү эшмәкәрлеге ойошторолдо. Кескәйҙәр атайҙарға матур бүләктәр ҙә эшләнеләр.

      

Просмотров: 72 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.10.2022 | Комментарии (0)

#Атайҙаркөнө
#"Атаһыбарҙыңбәхетебар"
#"Аҡбуҙат"балаларбаҡсаһы
Ғаиләлә атайҙың абруйын күтәреү, бала һәм атай араһындағы мөнәсәбәтте яҡшыртыу, атайҙарға ҡарата хөрмәт, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу маҡсатында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмөндә атайҙар көнөнә арнап, "Атаһы барҙың, бәхете бар" исемле белем биреү эшмәкәрлеге ойошторолдо. Тәрбиәләнеүселәр өсөн был көн бик фәһемле, файҙалы һәм күңелле үтте.

   

Просмотров: 57 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.10.2022 | Комментарии (0)

13 октябрь Сибай ҡалаһында мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн республика кимәлендә ИРО РБ тарафынан ойошторолған "Педагог-новатор" исемле инновацион майҙансыҡтар фестивале үткәрелде. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы уҡытыусы- логопедтары( Әминева Р. И., Йылҡыбаева Г. Р., Уразбаева А. Ф.) был сараға үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында яңы алымдар, яңы ысулдар нигеҙендә әҙерләнгән, үҙ эштәрендә киң ҡулланған материалдарынан бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләп күрһәттеләр. Лексик - грамматик сараларын үҫтереүгә бик күп уйын-күнегеүҙәр, һүҙлекте байытыуға сағыу карточкалар, логик фекерләүҙе үҫтереү өсөн ТРИЗ уйындары, хәҙерге заманда бик актуаль булған үҫтереүсе интерактив уйындар, балалар баҡсаһының уҡытыусы- логопедтары тарафынан төҙөлгән "Тылсымлы өндәр" методик ҡулланмаһы, һүҙгә өн анализы, синтезы яһауға моделдәр, бәйләнешле телмәр үҫтереү өсөн бик күп сағыу һүрәттәр, ваҡ моториканы үҫтереүгә уйындар, Марблс таштары менән уйындар, мнемотехника алымдары күрһәтелде. Ҡунаҡтар бик ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, һорауҙар бирҙеләр, фотоға төшөрөп алдылар, кәңәштәр алдылар.

         

Просмотров: 78 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.10.2022 | Комментарии (0)

Илебеҙҙә октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе атайҙар көнө итеп билдәләнелә. Быйылғы йылда ул 16 октябргә тап килә. Был йәһәттән “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында бик күп саралар үтте. "Күбәләк" һәм "Толпар" өлкәндәр төркөмө малайҙары һәм атайҙары менән берлектә “Иң көслөһе, иң батыры минең атайым” исемле спорт байрамы уҙғарылды. Байрамға әҙерлек бик ентекле барҙы. Сараны тәрбиәселәр Йыһангирова Г. М. һәм Ҡунсбаева Л. Х. бик йәнле алып барҙылар. Музыка етәксеһе Ғөбәйҙүллина Р. Ә. музыкаль яҡтан биҙәне, флешмоб ойошторҙо. Ә физик инструктор Әлибаева Ә. Р. сарала төрлө уйындар ойошторҙо. Педагогтарҙың тығыҙ бәйләнештә булыуы байрамға йәм һәм дәрт өҫтәне. Байрамдан барыһы ла күтәнеке кәйеф менән ҡайттылар.
Барлыҡ атайҙарҙы етеп килгән байрам менән ҡотлайбыҙ. Тыуған илебеҙҙә барлыҡ балалар бәхетле булһын, күк йөҙө аяҙ булһын
Үҙ көсөндә ҡалһын, үҙгәрмәһен
Бороңғонан ҡалған бер өмөт.
Ил ағаһы булып, атай булып,
Ғорур булып ҡалһын ир-егет!

         

Просмотров: 71 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.10.2022 | Комментарии (0)

"Толпар" өлкәндәр төркөмөндә атайҙар көнө айҡанды "Минең атайым" исемле белем биреү эшмәкәрлеге ойошторолдо. Балалар атайҙарҙың фотоһүрәте буйынса бик матур итеп һөйләнеләр, атайҙарҙың сифаттарын әйттеләр. Шулай уҡ атайҙарының портретын эшләнеләр. Балалар һәр береһе үҙенең атайының яҡшы яҡтарын күрә белеүе, атайҙарҙың өйҙә яҡшы ярҙамсы ла булыуы ҡыуандырҙы.

         

Просмотров: 63 | Добавил: akbuzat | Дата: 14.10.2022 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Октябрь 2022  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024