24 октябрь көнө Балалар ижады үҙәгендә театр сәнғәте "PRO - странство - йәш педагогтар территорияһы" фестивале үтеп киттте. Фестиваль сиктәрендә ҡаланың йәш педагогтары төрлө конкурстарҙа үҙҙәрен һанап ҡаранылар. Әҫәрҙе тасуири яттан һөйләүселәр, оҫта һүрәт төшөрөүселәр, шулай уҡ мультфильм төшөрөү конкурстарында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының йәш педагогтары ла әүҙем ҡатнаштылар. "Театр һүрәт сағылышында" конкурсында Ҡунсбаева Л.Х. 1-се урын яулаһа, башҡа педагогтар ҙа төрлө дипломдар менән бүләкләнде. Педагогтарҙы ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңы үрҙәр теләйбеҙ!
|