2023 йыл Рәсәйҙә "Уҡытыусы һәм остаз йылы" тип иғлан ителде. Ошо йылға ҡарата беҙҙең Сибай ҡалаһында ла бик күп саралар ойошторола башланы. Балалар баҡсалары араһында "Остаз - йәш педагог" исеме аҫтында проект конкурсы иғлан ителде. 1 февраль көнө ҡаланың тәжрибәле һәм йәш педагогтары үҙҙәренең яҙған проект эштәрен тәҡдим итеү өсөн "Ҡарһылыу" балалар баҡсаһында йыйылдылар. "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының тәжрибәле педагогы Йыһангирова Гөлнара Марат ҡыҙы һәм йәш педагог Кунсбаева Ләйсән Хәләф ҡыҙы "Педагогик дуэт" исемле проекттарын яҡлап уңышлы ғына сығыш яһанылар һәм Сибай ҡала округы Хакимиәтенең мәғариф идаралығының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр. Афарин! Артабан да эшегеҙҙә уңыштар һәм яңы үрләүҙәр теләп ҡалабыҙ!
|