Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСреда, 08.05.2024, 14:52

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Ерҙә миңә ни кәрәк
Атай һәм әсәй кәрәк
Ерҙә миңә ни кәрәк
Бер йәшәрҙәй йорт кәрәк
Ерҙә миңә ни кәрәк
Тыуған-үҫкән ил кәрәк.
Ерҙә миңә ни кәрәк
Мәңге имен ил кәрәк – тип атайҙар менән берлектә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам иртәлеге үткәрҙеләр өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре һәм педагогтар(Иҙрисова Р.Х.,Ҡунсбаева Л.Х.,Ҡунаҡбаева Г.Р.).

         

 

Просмотров: 53 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.02.2023 | Комментарии (0)

Сибай ҡалаһының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы "Күгәрсҽн" тҽлмәр төҙәтҽү төркөмө һәм "Бәпембә" төркөмө (тәрбиәсҽләрҽ Ҡолмөхәмәтова Р. И., Ниғәмәтова А.И., Хәсәнова Ә.Ш.) тәрбиәләнҽүсҽләрҽ II Бөтә Рәсәй балалар ижады мәктәпкәсә йәштәгҽ балалар һәм уҡыусылар өсөн ойошторолған "Яңы йыл: ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар" бәйгҽһҽндә ҡатнашып, III дәрәжә дипломдарына лайыҡ булдылар. Афарин, балалар! Киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булһын!

            

 

Просмотров: 49 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.02.2023 | Комментарии (0)

Телмәр төҙәтеү төркөмө педагогтары (Аҫылбаева М.Ә.,Юнысбаева Г.Ғ.,Ҡунаҡбаева Г.Р.) тәрбиәләнеүселәр менән берлектә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған атайҙар менән берлектә күңел асыу сараһы үткәрҙеләр. Байрам бик күңелле һәм фәһемле үтте. Патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар йүнәлтелде.
Хөрмәтле ир –егеттәребеҙ! Һеҙҙе матур байрам - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ғаилә бәхете, ырыҫлы тормош теләйбеҙ. Һеҙҙең менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, эскерһеҙ , ярҙамсыл һәм ғәҙел булыуығыҙ өсөн ихтирам итәбеҙ.Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын.

         

Просмотров: 49 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.02.2023 | Комментарии (0)

#РоднойЯзык2023
#ТуғанТел2023
#БашФонд2023
#Аҡбуҙатбалаларбаксаһы
Үҙ телемдә һөйләшәм -
Миңә ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм –
Мин ҡояшҡа тиңләшәм. (Д. Талхина)

      

Просмотров: 51 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.02.2023 | Комментарии (0)

#Роднойязык2023
#Туғантел2023
#БашФонд2023
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Бәпембәтөркөмө

Эй, туған тел! Ниндәй изге һүҙ ул!
Сылтырап аҡҡан шишмә сафлығы
Башҡорт балы тәменән дә тәмле,
Туған тел, һин иң татлыһы!
Мәңге йәшә,беҙҙең башҡорт теле!

21 февраль Халыҡ - ара туған тел көнө. Һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Беҙ күп милләтле илдә йәшәйбеҙ. Һәр милләттең үҙ теле, үҙ ере бар. Беҙҙең дә матур, яңғырауыҡлы телебеҙ бар-ул башҡорт теле. Телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү беҙҙең бурыс.

 

Просмотров: 48 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.02.2023 | Комментарии (0)

“Атайым минең көслө, ул етмеш төрлө һөнәр белә, мин дә унан ҡалышмайым” – ти кескәйҙәр төркөмө (Музыка етәксеһе:Ҡунаҡбаева Г.Р., тәрбиәсе:Абдуллина Р.Й.) тәрбиәләнеүселәре музыка эшмәкәрлегендә Кескәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, Ватанды һаҡлаусылар көнөн яҡшы аңлайҙар һәм беләләр улар.Атайҙарын байрам менән ҡотлап төрлө йырҙар йырланылар, ҡыҙыҡлы  уйындар уйнанылар, фәһемле шиғырҙар һөйләнеләр һәм бейеп тә алдылар. 

      

Просмотров: 52 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.02.2023 | Комментарии (0)

“Күңелле ноталар” өҫтәлмә белем биреү программаһы (Етәксеһе Ҡунаҡбаева Г.Р.) буйынса “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре төрлө музыка ҡоралдары менән танышалар һәм уйнарға өйрәнәләр.Шулай уҡ төрлө тематик байрамдарҙа, күңел асыу сараларында яратып сығыш яһайҙар.
“Аҡ сәскә” телмәр төҙәтеү төркөмөндә балалар ғына түгел, атайҙар ҙа музыка ҡоралдарында бик оҫта уйнайҙар.Быны инде улар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған иртәлектә иҫбат итеп ҡуйҙылар.
Афарин атайҙар һәм балалар.

      

Просмотров: 42 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.02.2023 | Комментарии (0)

Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Февраль 2023  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024