“Толпар” өлкәндәр төркөмөндә патриотик тәрбиә биреү маҡсатында “Салауат Юлаев - башҡорт халҡының милли геройы” исеме аҫтында проект эше ойошторолдо. Өс ай барған был проектта балалар, ата- әсәләр, музыка етәксеһе, тәрбиәселәр берлектә бик күп материалдар тупланы. Проект барышында папкалар, фотоальбомдар төҙөлдө. Шулай уҡ балалар һүрәттәренән күргәҙмә ойошторолдо. Проект эшен йомғаҡлап ата-әсәләр менән берлектә күңел асыу сараһы үткәрҙек. Саранан барыһы ла бик ҡәнәғәт ҡайтты. Балалар проектты өйрәнеү осоронда тыуған илде, тыуған ерҙе һөйөргә, тыуған телебеҙҙе, батырҙарыбыҙҙы ихтирам итергә лә өйрәнде.