Балағыҙ ауырымаһын тиһәгеҙ
Сибай ҡалаһының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең организмын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. Көн һайын иртәнсәк гимнастика үткәрәбеҙ, төшкө ашҡа витаминлы салаттар бирәбеҙ, көндә саф һауаға сығабыҙ, көндөҙгө йоҡо баланың һаулығына ыңғай йоғонто яһай. Һаулыҡ аҙналыҡтары үткәрелә. Педагогтар балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, төрлө әңгәмә, витаминдар, спорт тураһында һөйләшеүҙәр үткәрә. Спорт уйындары ойошторабыҙ. Уларҙа балалар күңел асып ҡына ҡалмай, ә һаулыҡ тураһында белемдәрен дә камиллаштыра. Бала үҫкән ғаиләгә лә ошо режим ят булмаһа, улар балалар баҡсаһы режимына тиҙ өйрәнә, адаптация осорон еңел үткәрә. Бала--ғаиләнең көҙгөһө, ул өйҙә нимә күрә, шуны башҡа ерҙә ҡабатлай.
Йәш ата-әсәйҙәргә кәңәшәбеҙ шул: сәләмәт балалар тәрбиәләү өсөн ныҡ тырышырға һәм үҙегеҙгә өлгө булырға кәрәк.
Тәрбиәселәр Эльвира Япанова, Гөлшат Тулыбаева
|