#23фераль
#Ватандыһаҡлаусыларкөнө
#Викторинауйыны
Һәр тыуған таң ерҙә тыныс булһын
Имен булһын ине донъялар.
Аяҙ күгебеҙҙе болот ҡапламаһын,
Йылмайһындар ерҙә сабыйҙар.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Ҡояшҡай" төркөмөндә (тәрбиәселәр: Солтанова Ф.Ә, Сабитова Э.М) лә хәрби -патриотик айлыҡҡа арналған эшмәкәрлектәр үткәрелде, һүрәт төшөрөү, әүәләү, хәрби техника менән танышыу, әңгәмәләр үтте. Балалар шулай уҡ, йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар өйрәнделәр.
Йомғаҡлау сараһы итеп атайҙар менән берлектә "Атайҙар донъя тотҡаһы" тип исемләнгән викторина уйыны үткәрелде. Атайҙар был саранан күтәренке кәйеф алдылар.
|