Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSСуббота, 18.05.2024, 19:26

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

Ниңә бөгөн бөтә ерҙә
Сәскәләр балҡый беҙҙә
Ниңә ҡояш көлөп ҡарай
Беләбеҙ бөтәбеҙҙә!
Яҙҙың беренсе байрамы 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы кескәйҙәре үҙҙәренең әсәйҙәрен, өләсәй - инәйҙәрен байрамға йыйҙы. Улар ҡәҙерле кешеләрен байрам менән ҡотлап төрлө йырҙар, күңелле бейеүҙәр һәм фәһемле шиғырҙар бүләк иттеләр.Ә инде төрлө дәртле уйындар байрамға тик йәм өҫтәнеләр.
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла байрам менән ҡотларға ашыға.
Ҡотло булһын байрамығыҙ,
Тыныс булһын күңелегеҙ.
Йөҙөгөҙҙән яҡты ҡояш нуры,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.

           

Просмотров: 12 | Добавил: akbuzat | Дата: 08.03.2024 | Комментарии (0)

8 март халыҡ - ара ҡатын - ҡыҙҙар көнө айҡанлы "Ровесник" берекмәһе ҡалабыҙҙың балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре араһында "Деффчонки давай!" исеме аҫтында ярыш ойошторҙо. Был сара тағы ла берҙе балалар баҡсаһының һәр хеҙмәткәре-әртист, рәссам, бар эшкә лә оҫта икәнлеген иҫбатланы. Бөтәһе 5 конкурс булды: "Кулинар", "Минең 8 март өйҙә", "Бала Ауыҙы менән", "Әкиәт-юлдаштар" һәм "Модельерҙар"конкурсы. Бар конкурстарҙы ла яҡшы баһалар менән үтеп, беҙҙең "Аҡбуҙат" ҡыҙҙары лайыҡлы 2-се урын яуланылар. Афариндар!
Сара бик сағыу, дәртле барҙы. Сараны ойоштороусы "Ровесник" клубы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә гүзәл заттар ҡатын-ҡыҙ бәхете, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ.

         

Просмотров: 14 | Добавил: akbuzat | Дата: 08.03.2024 | Комментарии (0)

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы #Аҡсәскәтөркөмө "Аҡбуҙат" баҡсаһының йыллыҡ эш планына ярашлы йәш тәрбиәселәргә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында "Аҡсәскә" телмәр төҙәтеү төркөмөндә грамотаға өйрәтеү буйынса "Өнбайға ярҙамға" исемле белем биреү эшмәкәрлеге ойошторҙом. Балалар уйындар, күнегеүҙәр аша [р] өнөнөң әйтелешен нығыттылар. Бирелгән өнгә һүрәттәр һайлап, һүҙҙе ижеккә бүлделәр, өндөң урынын билдәләнеләр. Балаларға уйын формаһында ойошторолған эшмәкәрлек бик оҡшаны. Йәш педагогтарға ла дәрес файҙалы һәм фәһемле булды. Уҡытыусы-логопед Юнысбаева Гөлсинә Ғөбәйт ҡыҙы

      

Просмотров: 12 | Добавил: akbuzat | Дата: 05.03.2024 | Комментарии (0)

#Хәрбипатриотиктәрбиә
#"Аҡбуҙат" балаларбаҡсаһы
Хәрби - патриотик аҙналыҡты йомғаҡлап уртансылар төркөмөндә (тәрбиәселәр: Хәсәнова Ә. Ш, Сабитова Э. М., Абдуллина Р. Й.) "Беҙ буласаҡ һалдаттар" исемле күңел асыу сараһы үткәрелде. Был сарала "Һалдаттар" һәм "Моряктар" командаһы батырлыҡ, етеҙлек, һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп, күп кенә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тура килде. Ярыш бик сәмле, көсөргәнешле барҙы һәм күңелле үтте.

      

Просмотров: 17 | Добавил: akbuzat | Дата: 25.02.2024 | Комментарии (0)

#Ватандыһаҡлаусыларкөнө
#Хәрбипатриотиктәрбиәайлығы
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Тыуған илгә һөйөү , патриотик тойғо тәрбиәләүҙе мәктәпкәсә йәштән үк башларға кәрәк. Ошо маҡсатҡа ярашлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында педагогтар уртансылар, өлкәндәр,мәктәпкә әҙерлек һәм телмәр төҙәтеү төркөмдәрендә тәрбиәләнеүселәр менән берлектә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған иртәлектәр үткәрҙеләр.Һәр иртәлектең үҙ йәме,матурлығы булды.Балалар атайҙар менән берлектә ярышып күңел астылар , төрлө һорауҙарға яуаптар систеләр. Хәрби -патриотик йырҙар,шиғырҙар байрамға тик йәм өҫтәнеләр. Байрам аҙағында һәр төркөм тәрбиәләнеүселәре үҙҙәре эшләгән бүләктәрен яратҡан кешеләренә – атайҙарына тапшырҙылар.
Байрамға килгән олатайҙарға, атайҙарға, ағайҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Байрам менән ҡотлайбыҙ!

            

Просмотров: 18 | Добавил: akbuzat | Дата: 25.02.2024 | Комментарии (0)

#"Аҡбуҙат"балалар баҡсаһы #Түңәрәкэше"Оҫтаҡулдар" #"Муйынсаҡтеҙҙембүләккә"

      

Просмотров: 20 | Добавил: akbuzat | Дата: 22.02.2024 | Комментарии (0)

#Ватандыһаҡлаусыларкөнө #Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы "Күгәрсен" төркөмөндә хәрби патриотик аҙналыҡ сиктәрендә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап төрлө белем биреү эшмәкәрлектәре ойошторолдо. "Танк" әүәләү, "Хәрби техника" һүрәт төшөрөү, "Самолет", "Диңгеҙҙә корабль", "Мин буласаҡ һалдат" исемле әңгәмәләр, темаға ярашлы китап, папкалар, һүрәттәр ҡаранылар, шиғырҙар ятланылар. Аҙналыҡты йомғаҡлап балалар атайҙарына бүләк эшләнеләр. Был аҙналыҡ балаларҙа илһөйәрлек, Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү өсөн бик фәһемле аҙна булып торҙо.

   

Просмотров: 22 | Добавил: akbuzat | Дата: 22.02.2024 | Комментарии (0)

#Роднойязык2024
#Тугантел2024
#ХалыҡАраТуғанТелКөнө
#Башфонд2024
#Минбашҡортсаһөйләшәм
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Аҡсәскәтелмәртөҙәтеүтөркөмө

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Аҡ сәскә" телмәр төҙәтеү төркөмөндә Халыҡ -ара туған тел көнө фәһемле лә күңелле лә үтте: балалар бармаҡ уйындары, буяу дәфтәрендә күнегеүҙәр, шар менән уйындар аша телдәрен шымарттылар.
Балалар үҙ телдәрен яратып үҫһендәр, һаҡлаһындар, киләһе быуындарға ла бай, ғорур, саф телебеҙ юғалтыуһыҙ тапшырылһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Уҡытыусы-логопед Юнысбаева Г. Ғ.

 

Просмотров: 21 | Добавил: akbuzat | Дата: 22.02.2024 | Комментарии (0)

#МойРоднойЯзык2024, #МинеңТуғанТелем2024, #ДеньРодногоЯзыка2024, #ТуғанТелКөнө2024,

#Башҡорттелендәһөйләшәм,

#Телебарҙың-илебар,

#Күгәрсентөркөмө,

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

 

     21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. ☀☀☀Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар”, ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

Просмотров: 20 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.02.2024 | Комментарии (0)

#Халыҡаратуғантелкөнө

#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы

21 февраль -Халыҡ-ара туған тел көнө. Һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. 

 Ошо көн айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмөндә ойошторолған белем биреү эшмәкәрлектәре үткәрелде.

Теле барҙың -иле бар" ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Һәр халыҡ үҙ телен яратһын, ҙурлаһын, үҙ телендә аралашһын. Телебеҙ бөтә икән, илебеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡ, шуны онотмайыҡ

.

Просмотров: 16 | Добавил: akbuzat | Дата: 21.02.2024 | Комментарии (0)

« 1 2 3 4 5 6 7 ... 65 66 »
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024