Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSВоскресенье, 05.05.2024, 14:45

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

21 апрель "Аҡбуҙат"  балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре А.Мөбәрәков исемендәге драмтеатрҙа Башҡортостан республикаһының ойоштороуына 100 йыл тулыу айҡанлы байрам сараһында сығыш яһанылар.

Баларҙың сығышы

Просмотров: 252 | Добавил: Hobit | Дата: 23.04.2019 | Комментарии (0)

21 апрель “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы физик тәрбиә биреү инструкторы Дилара Урал ҡыҙы Еникееваға юғары профессионаллеге һәм Ҡырым Республикаһында Сибай ҡалаһы балаларының ялын ойштороу буйынса эшкә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы менән наградланды. Ҙур баһа менән балалар баҡсаһы коллективы исеменән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә тағы ла юғары үрҙәр яулап тырышып эшләргә яҙһын. Афарин!

 

Просмотров: 352 | Добавил: Hobit | Дата: 22.04.2019 | Комментарии (0)

              Күп илдәрҙә 19 апрель көнө яҙҙың тәүге сәскәһе – умырзаяға бағышлана. Беҙҙең балалар баҡсаһында ла был көндө, балаларға Ҡыҙыл китапҡа индереләгн умырзая сәскәһе тураһында әңгәмәләр үткәрелде. Был үҫемлек күп йыллыҡ үләндәр төрө булһа ла, хәҙерге ваҡытта уның юҡҡа сығыу хәүефе янағанын балалар яҡшы аңлайҙар. Һәм умырзая сәскәһен өҙмәү, уны һаҡлау маҡсатында балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары (тәрбиәселәр Асылбаева М.Ә., Йыһангирова Г.М., Ниғәмәтова А.И.), 8-се һанлы мәктәптең 1а класы уҡыусылары (уҡытыусыһы Ишбердина З.Х.) менән берлектә ҡаланың Еңеү паркында “Умырзая” акцияһы үткәрҙе. Үтеп барыусыларға балалар агитация листовкалары, буклеттар таратты.

          

Просмотров: 261 | Добавил: Hobit | Дата: 19.04.2019 | Комментарии (0)

15-17 апрель көндәрендә Сибай ҡалаһының балалар баҡсалары ойошмалары араһында “Йәш педагог-2019” бәйгеһе үтеп китте. Бәйгегә беҙҙең балалар баҡсаһынан тәрбиәсе Ҡоломбәтова Фидәлиә Шәһит ҡыҙы ҡатнашты. Ҡатнашыусылар бер нисә этап буйынса оло һынау үттеләр. Конкурс комиссияһына педагогтар персональ сайт, үҙ эш йүнәлештәре буйынса “Педагогик табыш”, балалар менән ойоштороу эшмәкәрлеге күрһәттеләр. Әлбиттә, бөтә бәйгеселәрҙә маҡтауға лайыҡ, икенсе педагогтарға үрнәк булырлыҡ сығыш яһанылар һәм бер үк ваҡытта бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаштылар. Жюри ағзаларының һөҙөмтәһе буйынса Фидәлиә Шәһит ҡыҙы “Ижади ҡараш” номинацияһына лайыҡ булды. Афарин тип әйтергә ҡала. Йәш тәрбиәсегә алдағы эшендә ҙур уңыштар теләп ҡалайыҡ!!!

   

Просмотров: 282 | Добавил: Hobit | Дата: 19.04.2019 | Комментарии (0)

           8 апрель көндө “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында экология буйынса “Экодетство” тип исемләнгән бөтә Рәсәй олимпиадаһының локаль этабы үтте. Олимпиадала балалар баҡсаһынан 22 тәрбиәләнеүсе көс һынашты. Улар “Хайуандар донъяһы”, “Үҫемлектәр донъяһы”, “Йәнһеҙ тәбиғәт”, “Тәбиғәттә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре” темалары буйынса белемдәрен күрһәттеләр. Һөҙөмтәлә, Ямантаева Нәйлә (етәксеһе Ҡолмөхәмәтова Р.И.) еңеүсе булды, 2-се урында – Аҡбулатов Батыр (Йылҡыбаева Г.Р.),3 -сө урында – Такалов Искәндәр (Зөбәйерова Й.Ғ.) Ҡотлайбыҙ! Олимпиада ике йүнәлештән торҙо: методик өлөш һәм практик өлөш. Эш һөҙөмтәләре буйынса локаль этаптың Ойоштороу комитеты материалдарҙы региональ этапта ҡатнашыу өсөн артабан ебәрә. Уңыштар теләйбеҙ!

               

Просмотров: 259 | Добавил: Hobit | Дата: 12.04.2019 | Комментарии (0)

Балалар әҙәбиәте секцияһының сираттағы ултырышында Гөлнара Йыһангирова, Әнисә Фәррәхова, Гөлнур Шәрипова-Семенова, Тимур Рәхмәтуллиндарҙың ҡулъяҙмалары тикшерелде. Барыһы ла Китап нәшриәтенә баҫмаға тәҡдим ителде. Башлап китап сығарыусыларға уңыштар юлдаш булһын!

Просмотров: 294 | Добавил: Hobit | Дата: 08.04.2019 | Комментарии (0)

Бөгөн, 4 апрель көнө, ҡала кимәлендә логопед төркөмөнә һәм логопунктҡа йөрөгән тәрбиәләнеүселәр араһында телмәр үҫтереү буйынса “Грамотейка” олимпиадаһы үткәрелде. Беҙҙең балалар баҡсаһынан Аҡбулатов Батыр (уҡытыусы - логопед Йылҡыбаева Г.Р.) 1 - се урын яуланы. Еңеүең менән ҡотлайбыҙ һине, Батыр! Афарин!!! Артабан да уңыштар юлдаш булһын һиңә!

Просмотров: 319 | Добавил: Hobit | Дата: 03.04.2019 | Комментарии (0)

“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында уҡыу йылы башынан Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған проект эштәре тәҡдим ителенде. Һәр төркөм ата-әсәләр менән берлектә төрлө ҡыҙыҡлы проект эштәре яҙҙы һәм тормошҡа ашырҙы.

Был йәһәттән, мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәселәре Йыһангирова Гөлнара Марат ҡыҙы, Зөбәйерова Йәнбикә Ғиниәт ҡыҙы балалар, атай әсәйҙәре менән берлектә нәҫел ағастарын төҙөп “Минең тамырҙарым” тип исемләнгән шәжәрә байрамын үткәрҙе. Әлбиттә был сараға балалар алдан әҙерләнделәр. Тыуған ерен, тыуған илен маҡтап төрлө йырҙар, шиғырҙар өйрәнделр. Байрамда данлы Юрматы, Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Тамьян һ.б. ырыуҙар тураһында һөйләп үттеләр. Темаға ярашлы ғаилә, атай, әсәй, олатай, өләсәй тураһында йырҙар йырланылар, дәртле бейеүҙәр бейенеләр (музыка етәксеһе Иҫәндәүләтова Ә.Х.). Байрамға атай-әсәйҙәрҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең, ҡартатай-ҡәртәсәйҙәрҙең күпләп килеүҙәре йәм, дәрт өҫтәне. Сара ла хөрмәтле ҡартатайҙар Лотфуллин Сәғит Миҙәхәт улы, Дәүләтҡолов Вил Хөснитдинн улы үҙҙәренең нәҫеле тураһында бик ентекле һөйләп үттеләр. Уларҙың нәҫеленән бик күп юғары белемле, арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан: инженер, педагог, иҡтисадсы, ауыл хужалығы белгесе, юрист, табип һәм башҡа һөнәрҙәрҙе һайлаған. Ете ырыу вәкилдәрен данлап балалар баҡсаһында үткәрелгән “Татыу ғаилә- ил тотҡаһы” конкурсы лауреаты Таҡалова Фидәлиә Фәнил ҡыҙының татыулыҡ, берҙәмлек тураһындағы йыры, килгән ҡунаҡтарҙың күңелен арбаны.

Әлбиттә, бөгөнгө тантанаға ҡалабыҙҙың абруйлы ҡунаҡтары ла саҡырылды. Сибай ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы Ғөбәйҙуллина Таңһылыу Фәтих ҡыҙы, ҡала мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем тәрбиә биреү методисы Лилиә Шаһибал ҡыҙы Янбаева, “Атайсал” гәзите мөхәррире Альбина Ғәрифйән ҡыҙы Ҡотошова, балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы – ҡурайсы Нәҙерғолов Ильмир Амур улы, ҡалабыҙҙың балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәр ҡатнашты.

Ҡоролтай ағзаһы Ғөбәйҙуллина Таңһылыу Фәтих ҡыҙы, Янбаева Лилиә Шаһибал ҡыҙы балаларға, атай-әсәйҙәргә, барлыҡ туғандарына рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Артабанда үҙ ырыуҙарығыҙҙы бер ваҡытта ла онотомағыҙ, бер ҡасан да ҡоротмағыҙ, аҡтамырығыҙҙы үрсетегеҙ, үҙегеҙҙең нәҫел – ырыуығыҙҙы арттырығыҙ тигән һүҙҙәр менән сығыш яһанылар. Ысынлап та, был төркөмдә балалар үҙҙәренең шәжәрәһен, тыуғандарын белеп үҫә, быуындар ебе өҙөлмәй.

Бөйөк шәхесебеҙ З.Вәлидиҙең башҡорт халҡына хушлашыу хатында шундай юлдар бар: “Беҙҙең милләтебеҙ аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәк ҡалһа ла, яңынан терелеп бөтөн баҡсаға таралыр” - тигән лозунг менән алып барыусылар байрамды тамамланы.

 

   

 

 

 

 

Просмотров: 296 | Добавил: Hobit | Дата: 25.03.2019 | Комментарии (0)

Март айының төп байрамы булып 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө тора. Балалар баҡсаһында ошо байрам айҡанлы иртәлектәр үткәрелде. Музыка етәкселәре, тәрбиәселәр әсәйҙәр өсөн бай йөкмәткеле сара әҙерләнеләр. Балалар менән берлектә шат бейеүҙәр, матур йырҙар, әсәйҙәренә арналған шиғырҙар өйрәнделәр, һүрәт төшөрҙөләр һәм үҙ ҡулдары менән бүләктәр әҙерләнеләр. Әсәй, өләсәйҙәргә арналған йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр әсәйҙәрҙең күңеленә хуш килде. Тәрбиәселәр үткәргән ҡыҙыҡлы уйындарҙа әсәйҙәр балалары менән бик әүҙем ҡатнаштылар.

 

 

Просмотров: 335 | Добавил: Hobit | Дата: 07.03.2019 | Комментарии (0)

         28 февраль көнө иртә йәштәге кескәйҙәр төркөмө тәрбиәселәре Ташбулатова Ә.Ә., Хәсәнова Ә.Ш. атай – әсәйҙәр менән берлектә юл ҡағиҙәләре һәм билдәләре тураһындағы белемдәрен камиллаштырыу маҡсатында “Юл ҡағиҙәһен үтәү – беҙҙең бурыс!” исемле күңел асыу сараһы үткәрелде. Ата-әсәләр ике командаға бүленеп юл ҡағиҙәләрен үтәү буйынса төрлө викторина һорауҙарына яуап бирҙәләр, ярыштарҙа үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Сибай концерт-театр берекмәһе әртисе Баязит Байназаров үҙенең матур йырҙары менән был сараны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Байрам аҙағында ата – әсәләргә фликерҙар һәм иҫкәрмәләр таратылды.

     

     

Просмотров: 301 | Добавил: Hobit | Дата: 07.03.2019 | Комментарии (0)

« 1 2 ... 62 63 64 65 »
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024