Главная | Мой профиль | Регистрация | Выход | Вход | RSSВоскресенье, 05.05.2024, 15:06

МДОБУ ЦРР - детский сад "Акбузат" город Сибай Республика Башкортостан

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 36
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Основные административные сайты
Портал государственных услуг Российской Федерации Управление по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан

"Бала үҫтереү үҙәге - "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында юл хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса дәртле, күңелле, фәһемле, шул уҡ ваҡытта бик ҡыҙыҡлы ҙур сара үтте.Байрамға 8-се һанлы урта мәктәптең 2-се "А" класы ҡунаҡҡа килде.Телмәр төҙәтеү төркөмө тәрбиәселәре (Ҡолмөхәмәтова Р.И., Ниғәмәтова А.И.,) һәм музыка етәксеһе (Ҡунаҡбаева Г.Р.) балаларҙы төрлө юл ҡағиҙәләре менән таныштырһалар, ә бына инде ҡунаҡҡа килгән Светофор дуҫыбыҙ төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, йомаҡтар аша балаларҙың юл хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен арттырҙы.Ҡунаҡҡа килгән мәктәп уҡыусыларына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ә инде кескәй дуҫтарыбыҙға, ата - әсәйҙәргә тағы ла берҙе киҫәтәбеҙ: Юлда һаҡ булығыҙ!

   

Просмотров: 216 | Добавил: Hobit | Дата: 17.10.2019 | Комментарии (0)

2 октябрь көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында педагогтар ҡатнашлығында хәҙерге ваҡытта бик актуаль тема "Һәләтле балалар менән эшләү системаһы" исемле семинар- практикум үтте.
Мировое кафе формаһында үткән семинар педагогтарға бик файҙалы һәм фәһемле булды. 

Просмотров: 233 | Добавил: Hobit | Дата: 08.10.2019 | Комментарии (0)

Көҙ айҙарын тағы ла йәмләндереп 12 сентябрь “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында шаулап-гөрләп  Юл хәүефһеҙлеге буйынса  ҙур сара үтте.Юл хәүефһеҙлеге хәрәкәтен һаҡлау буйынса  инспектор Әбүбәкиров Радик Мөхәмәт улы балаларҙы  юл ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, флейкерҙарға аңлатма биреп үтте. Ул алып килгән мауыҡтырғыс уйындар балаларҙың күңеленә хуш килде. Балалар өсөн иң ҡыҙығы инде ДПС машинаһы менән танышыу булды.Ошондай күңелле һәм фәһемле сара өсөн Юл хәүефһеҙлеге хәрәкәтен һаҡлау буйынса инспекторҙарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Алдағы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Просмотров: 232 | Добавил: Hobit | Дата: 16.09.2019 | Комментарии (0)

10 сентябрь баҡсабыҙҙа  “Һаҡ булығыҙ, Белмәҫйән!” исемле детектив – ваҡиға театр тамашаһы үтте. Театр әртистәре Белмәҫйән һәм уҡытыусы балаларға юл хәүефһеҙлеге буйынса уйындар (“Юл билдәләрен беләһеңме?”, “Светофор”) уйнатһалар , ә инде  темаға ҡағылышлы күңелле фокустар юл ҡағиҙәләре буйынса балаларҙың күңелендә яҡшы тәъҫораттар ҡалдырҙы.

Просмотров: 229 | Добавил: Hobit | Дата: 13.09.2019 | Комментарии (0)

2019 йыл 30 май көнө иртә йәштәге кескәйҙәр төркөмө тәрбиәселәре Ташбулатова Ә.Ә., Хәсәнова Ә.Ш. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Күңелле майҙансыҡ” исемле проект эше йомғаҡланды. Был йәһәттән ата – әсәләр ярҙамы менән йыһазландырылған майҙансыҡта “Башҡортостан буйлап сәйәхәт” исемле күңел асыу сараһы ойошторолдо. Башҡортостан темаһына арналған ҡыҙыҡлы һорауҙар, мәғлүмәттәр, уйындар бөтәһе өсөн дә бик фәһемле булды. Байрам аҙағында иҫтәлекле бүләктәр, рәхмәт хаттары һәм миҙалдар тапшырылды.

Просмотров: 245 | Добавил: Hobit | Дата: 07.06.2019 | Комментарии (0)

6 июнь көнө балалар баҡсаһында тәрбиәселәр Йыһангирова Г. М һәм Зөбәйерова Й. Г. кескәйҙәр өсөн "тауыҡ себештәре һәм бәпкәләре" тип аталған кұңелл асыу сараһы уткәрҙеләр. Балалар барыһы ла һары себештәр кеүек кейенеп килгәндәр ине. Төрлө уйындар, бейеұзәрҙе балалар яратып башкарҙылар. Барлык балалар, ҡунактар яҡшы кәйеф менән таралды.

Просмотров: 257 | Добавил: Hobit | Дата: 06.06.2019 | Комментарии (0)

23 май мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрованың "Нәҙекәйбил" музыкаль - театрлашырылған әҫәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте. Был музыкаль театр балаға тормоштоң, тәбиғәттең матурлығын күрә белергә өйрәтеү, үҙ - үҙен тәбиғи һәм азатлы тотоу һәләтен үҫтереү, тәбиғәтҡә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү маҡсатында әҙерләнде. Балалар театрҙы яраталар, ихлас, ысын күңелдән уйнанылар. Ата - әсәләр менән берлектә костюмдар әҙерләнде. Саҡырылған ата-әсәләргә, башҡа төркөмдәрҙән килгән кескәй тамашасыларға музыкаль театр бик оҡшаны.

Просмотров: 284 | Добавил: Hobit | Дата: 28.05.2019 | Комментарии (0)

          9 май календарь биттәрендә юҡҡа ғына ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәй, сөнки тап 74 йыл элек беҙҙең ата - бабаларыбыҙ, олатайҙарыбыҙ яуыз фашистарҙы тар - мар итеп, халҡыбыҙға тыныс тормош бүләк итә. Беҙгә тыныс тормош бүләк итер өсөн меңәрләгән ир - егеттәр һуғышҡа китеп, ут аҫтында көрәшкәндәр. Уларҙың күрһәткән батырлыҡтары беҙҙең йөрәк түрендә мәңге һаҡланырға тейеш. Һуғыш ветерандарына оло рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ!!! Был йәһәттән, беҙҙең “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында бөтә төркөмдәрҙә лә Еңеү көнөнә арналған саралар үткәрелде: балалар тәрбиәселәре менән берлектә һуғыш тураһында видеояҙма ҡаранылар, күргәҙмә әҙерләнеләр, һүрәт төшөрҙөләр, олатай-ҡартатайҙарына бүләк әҙерләне. Шулай уҡ балалар менән Еңеү паркына барып Мәңгелек ут янындағы һәйкәлгә сәскәләр һалды, музейҙың “Хәрби дан” залына маҡсатлы экскурсия яһанылар. Өлкән төркөмө тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙәби-музыкаль композиция ойошторолдо (музыка етәксеһе Ҡунаҡбаева Г.Р., тәрбиәселәр Рәмеева Г.С., Фәтхетдинова Ғ.Ф.). Сара барышында һуғыш ваҡытында булған ваҡиғаларҙан слайд аша өҙөктәр күрһәтелде, Бөйөк Ватан һуғышы яланында һәләк булғандарҙы, бер минутҡа тын алып иҫкә алдылыр. Балалар һуғыш темаһына тасуири итеп шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейеүҙәр бейене.

Килер көндәребеҙ яҡты булһын, ер йөҙөндә бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын!!!


 

Просмотров: 285 | Добавил: Hobit | Дата: 07.05.2019 | Комментарии (0)

Өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары Еңеу паркына маҡсатлы экскурсияға барҙылар. Тәрбиәселәр Рамеева Г. С. , Йыһангирова Г. М. , Ҡолмөхәмәтова Р. И.  балаларға еңеу, батырлыҡ тураһында мәғлұмәттәр бирҙеләр. Яуҙа һәләк булғандарзың обелискыһында булдылар. Тағы ла оло йәштәге олатай, ҡартатайҙарға ҡарата ихтирам һүҙҙәре әйтелде.

Просмотров: 269 | Добавил: Hobit | Дата: 06.05.2019 | Комментарии (0)

Башҡорт төркөмдәренең методик берекмәһенең етәксеһе Йыһангирова Г. М. етәкселегендә “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы педагогтары  менән Республикабыҙҙың төҙөлөүенә 100 йыл тулыу айҡанлы  ҡала кимәлендә “Башҡортостан буйлап сәйәхәт” исемле квест-уйыны ойошторҙолар. Квест уйыны ҡаланың Еңеү паркында үткәрелде. Сарала ҡалабыҙ балалар баҡсаларынан башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәр ҡатнашты. Сараны алып барыусылар М. Ә. Асылбаева һәм Й. Ғ. Зөбәйерова бик матур итеп квеста ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләнеләр. Уйынды ойоштороусылар Д. У. Йәнекәйева, Р. И. Ҡолмөхәмәтова, Ә. Ш. Хәсәнова, Ә. Ә. Ташбулатова, З. М. Харисова, Г. Р. Ҡунаҡбаева сараны юғары кимәлдә үткәреүҙә тос өлөш индерҙе. Ҡала мәғариф бүлеге методисты Л. Ш. Янбаева ҡатнашыусыларҙы грамоталар, ойоштороусыларҙы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне, “Аҡбузат” балалар баҡсаһы педагогтарына рәхмәт һүҙен белдер:ҙе.

Килгән ҡунаҡтар, квеста ҡатнашыусылар яҡшы кәйеф, дәрт менән таралышты.

Просмотров: 316 | Добавил: Hobit | Дата: 29.04.2019 | Комментарии (0)

« 1 2 ... 61 62 63 64 65 »
Основные административные сайты
Поиск
Календарь
«  Май 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Основные образовательные сайты

Детский сад "Акбузат" © 2024