#ҺаулыҡАҙналығы #АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы Балалар баҡсаһында балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өгөтләү, спорттың кеше организмына ыңғай йоғонтоһо тураһында төшөнсә биреү, физик күнегеүҙәр, уйындар, ярыштар аша етеҙлек, сослоҡ, берҙәмлек сифаттары тәрбиәләү маҡсаты менән һаулыҡ аҙнаһы айҡанлы "Күңелле старттар" ( тәрбиәселәр Кунсбаева Л.Х., Хәсәнова Ә.Ш. ) үткәрелде. Был байрам балалар өсөн дә, тәрбиәселәр өсөн дә бик күңелле һәм фәһемле булды.