Йәй - иң матур миҙгелдәрҙең береһе. Һәр беребеҙ йәйге каникулды түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Тик матур миҙгел булыуға ҡарамаҫтан өлкәндәрҙең төп бурысы булып балаларҙың һаулығын һәм хәүефһеҙлеген хәстәрләү тора.
Ошо айҡанлы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының уртансылар төркөмөндә (тәрбиәселәр: Хәсәнова Ә. Ш., Ташбулатова Ә. Ә.) "Йәйге хәүефһеҙлек каникулы" аҙналығы үтте. Аҙналыҡта төрлө эшмәкәрлектәр ойошторолдо. Ошо аҙналыҡты йомғаҡлап "Хәүефһеҙлек иленә сәйәхәт" күңел асыу сараһы үткәрелде. Сәйәхәт балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте. Тәрбиәләнеүселәр эҫе көндө үҙеңде тотоу һәм юл ҡағиҙәләрен ҡабатланылар, юлда берәҙәк эт һәм таныш булмаған кеше осраһа үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген, ут менән уйнарға яраманлығын аңланылар.
Йәйге каникулдарығыҙҙы күңелле, файҙалы, иҫтәлекле үткәрегеҙ, тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотмағыҙ.