Бөгөн -халыҡ -ара уҡытыусылар көнө билдәләнә.Ошо мәртәбәле байрам көнөндә тантаналы рәүештә йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индереүсе, мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар маҡтаулы хеҙмәт итеүселәрҙе тәбрикләнеләр.Улар араһында коллегабыҙ -Әлфиә Әдиф ҡыҙы Ташбулатованың да булыуы бик ҡыуаныслы! Лайыҡлы рәүештә уға Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының почет грамотаһы тапшырылды! Үҙ эшен яратып башҡарған, уңған һәм тырыш коллегабыҙға киләсәктә лә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
|