#Башҡортостанкөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Башҡортостан - баш илем
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
(Р. Ураксина)
"Ҡыңғырау" төркөмө тәрбиәселәре Ташбулатова Ә. Ә., Сабитова Э. М., музыка етәксеһе Кунакбаева Г. Р. тәрбиәләнеүселәре менән берлектә Башҡортостан республикаһы көнөнә арналған "Тыуған илем - алтын бишек!" исемле күңел асыу сараһы үткәрҙе. Башҡортостаныбыҙға, тыуған яғыбыҙға, халҡыбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән сара барышында тыуған илгә, телгә арнап кескәйҙәр йырҙар йырланылар, бейеүҙәр бейенеләр, мәҡәлдәр, шиғырҙар һөйләнеләр, милли уйындар уйнанылар.
Был көндө атай, әсәйҙәр өсөн "Республикам иртәһе" исемле һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Күргәҙмә үҙенсәлекле, матур һүрәттәр менән байытылды. Күргәҙмәгә битараф булмаған ата - әсәйҙәргә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
|